+15 °С
Облачно
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Айтасал
27 Мая , 04:39

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк!

Йылдан-йыл Ҡорбан байрамдары ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә.

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк!Ҡорбан ғәйете мөбәрәк!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк!

Ҡариҙелдең ҡайһы ауылға ғына барма – рухи күтәренкелек, шат йөҙҙәр, барса халыҡ туғандары, күрше-тирәһе, дуҫ-иштәре менән ҡунаҡҡа йөрөшә, фәҡирҙәр, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә.

Ҡариҙел районының Йәштәр ҡасабаһында әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәрен дауам иткән һәм Ҡариҙел ауылында урынлашҡан мәсетттәрҙә Ҡорбан ғәйете ҙур тантанаға әүерелде. Ҡорбанға һарыҡтар салынды. Байрамға йәм, мәртәбә өҫтәп, район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Вәлинуров килде. Байрам вәғәзенә йыйылған халыҡ уның сығышын тәрән ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

- Беҙ ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ, әммә изге эштәребеҙ бүләкләнәсәк. Бөгөн беҙҙең егеттәр Тыуған илебеҙҙе һаҡлап, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Улар беҙҙең тыныслыҡ өсөн иң юғары хаҡ түләй. Үҙ сиратыбыҙҙа,беҙ уларға изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡорбан байрамында Аллаһы Тәғәлә бөтә доғаларыбыҙҙы ҡабул итәсәк. Шуға күрә бөтәһенә лә тыныс күк йөҙө, һаулыҡ, муллыҡ һәм был һынылышлы ваҡытта берҙәмлек теләйем. Ә беҙҙең хәрби көйләүҙә булған ир-егеттәребеҙгә иҫән-һау ҡайтырға яҙһын! Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, аңлап, аралашып йәшәйек. Ҡорбан байрамы менән! – тип ихлас теләктәрен юлланы Рәмил Ҡарам улы.

Шулай уҡ райондың Башҡортостан мосолмандары диниә назараты имам-мөхтәсибе Рәүҙәт Ғәйбазов Ҡорбан байрамының тарихы, Ҡорбан салыуҙың тәртибе менән таныштырҙы, исламдың төп ҡиммәттәре тураһында һөйләгәндән һуң хәҙрәт байрамға йыйылыусыларҙы махсус рәүештә ветеринария ҡағиҙәләренә ярашлы итеп ойошторолған ҡорбан салыу урынына саҡырҙы.

 

Байрам сараһы  мәсеттә Ҡөрьән уҡыу менән дауам итте.  

 

 

Автор:Марат Буляков
Читайте нас