-6 °С
Снег
80 лет ПобедыВКTelegramОКДЗЕНMAX
Все новости
Поддержка СВОих
29 Января , 08:13

МХО ерҙәрендә булған ир-егеттәргә ярҙам итергә кәрәк

Яңы Муллаҡай ауыл мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәрен үреү һәм махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу буйынса әүҙем эш дауам итә.

Марат Буляков Караидельский ИЦ МХО ерҙәрендә булған ир-егеттәргә ярҙам итергә кәрәк
МХО ерҙәрендә булған ир-егеттәргә ярҙам итергә кәрәк Фото: Марат Буляков / Караидельский ИЦ

Яңы Муллаҡай ауыл мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәрен үреү һәм махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу буйынса әүҙем эш дауам итә. Муллаҡай ҡатын-ҡыҙҙары  был изге эштә ҙур теләк менән ҡатнаша.

-Беҙ маскировка селтәрҙәрен эшләүҙә ҡатнаша алыуыбыҙға бик шатбыҙ, сөнки хәҙер махсус хәрби операция ерҙәрендә булған ир-егеттәргә ярҙам итергә кәрәк. Илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ышаныслы тылыбыҙ барлығын, уларҙы яратыуыбыҙҙы һәм еңеүгә ышаныуыбыҙҙы аңлауы мөһим. Был беҙҙең дөйөм эшкә ҙур өлөшөбөҙ, – ти ауыл ҡатын-ҡыҙҙары.   

Яңы йылдың беренсе айында ауыл ирекмәндәре 6×3 метр ҙурлыҡтағы туғыҙ маскировка селтәрен үргән. Ошо изге эшкә йәнен һалған һәр ирекмәнгә ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең тырышлығығыҙ яугирҙарыбыҙға илһам һәм көс өҫтәй.

Автор: Марат Буляков
Читайте нас