

Ҡунаҡсыл Ҡараяр ауылы биләмәһендә халыҡ ижадын һөйөүселәр өсөн тәбиғәт ҡосағында сәсәндәр һәм уларҙың остаздары өсөн тирә-яҡты өйрәнеүселәр менән осрашыуҙар, экскурсиялар, Ҡараяр мәкәтбендә V Йәш сәсәндәр кисәһе юғары кимәлдә үтте.
Уҡы бинаһы буйлап экскурсия, Мәктәп лагерында ял итеүсе балалар башҡарыуында флешмоб, уҡытыусыларҙың һәм балаларҙың милли ансамблдәренең ижады сығыштары, халыҡ ижадын өйрәнеүсе белгестәрҙең телмәр тотоуы сарала ҡатнашыусыларҙы битараф ҡалдырманы.
Йәш сәсәндәр йәмле тәбиғәт ҡосағында аннан һуң Ҡараяр мәктәбенең тамаша залында ла үҙҙәренең оҫталығын сарала ҡатнашыусылар алдында күрһәтте. Ысын мәғәнәһендә сәсәндәр йыйыны рухи байрамға әүерелде.
Йыйында ҡатнашыусылар яратҡан «Ҡариҙел» һәм «Йәнтөйәк» гәзиттәренә ярты йыллыҡҡа яҙылыу майҙансығында ла әүҙемлеген күрһәтте.
Ҡатнашыусылар исеменән сараны юғары кимәлдә ойштороп үткәргәне өсөн Ҡариҙел районы муниципаль районы хаҡимиәтенең мәғариф бүлеге методисты Зөлфинә Сафинаға, Ҡараяр ауылы биләмәһе башлығы Рәйсә Солтановаға, Ҡараяр ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе коллективына һәм уның етәксеһе Гөлфирә Хәсәноваға, «Урал» фәнни-мәғариф, мәҙәни һәм социаль башланғыстарҙы үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына, Унлар башҡорттары ырыуы хәрәктәнең Советына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.