«Серҙәштәр» фольлкор коллективы етәксеһе Зилә Рәхмәтова халыҡ ижадының, мили кейемдәрҙең үҙенсәлектәре тураһында таныштырып китте. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рәфилә Мөнирова сәхнә серҙәре тураһында ентекләп һөйләне ә китапхана хеҙмәткәрҙәре милли баш кейеменең әҙерләү технологияһы буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр.
Сара барышында «Ҡариҙел альяпҡысы» исеме аҫтында йыл барышында апай-инәйҙәр үҙ өйҙәрендә, мәҙәниәт йорттарында әҙерләгән проектары менән таныштырҙылар, үҙҙәренең эштәрен тамашасы алдында яҡланылар. Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы.
«Халҡым күңеле - хазина» милли проект Ҡариҙел ауылы күп функциялы клубының коллективы менән өсөнсө йыл үткәрелә.
Фотолар Ҡариҙел ауылы күп функциялы клубының архивынан