+15 °С
Облачно
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Культура
27 Мая , 01:48

Халыҡҡа рух һәм көс биреүсе ижад үҙәге

Ҡариҙел ауылы мәҙәниәт һарайында урынлашҡан үҫмерҙәр китапханаһы райондың рухи үҙәге һәм халыҡты үҙенең сараларына  йәлеп итеүсе ижад үҙәге булып тора.

Халыҡҡа рух һәм көс биреүсе ижад үҙәгеХалыҡҡа рух һәм көс биреүсе ижад үҙәге
Халыҡҡа рух һәм көс биреүсе ижад үҙәге

Беҙҙең илебеҙҙә китапханалар белем шишмәһенең нигеҙе генә булып ҡалмай, шулай уҡ тирә-яҡты, мәҙәниәтте һәм тарихты, үҙенең атайсалын яратҡан ябай уҡыусылар, яҡташтар өсөн ижад майҙаны ла.    Бына ошондай ойошмалар Ҡариҙел районында ла бик күп һәм һәр бер хеҙмәткәр китап һөйөүселәрҙе үҙҙәренә ҡыҙыҡһындырыр өсөн төрлө форматта осрашыуҙар, кисәләр үткәреп халыҡты мәҙәниәткә йәлеп итә.

Бөгөнгө һүҙем Ҡариҙел ауылы мәҙәниәт һарайында урынлашҡан үҫмерҙәр китапханаһы тураһында. Был учреждение үҙенең бай тарихы, ижадташ дуҫтары, уҡыусылар һәм проекттары менән ғорурлана ала. Уның етәксеһе Әлфиә Хөсәйенова үҙенең коллегаһы  библиограф Линара Сәйфуллина менән бергә фондты тулыландырып, уның уҡыусылары менән генә аралашып ҡалмай, шулай уҡ төрлө мәҙәни сараларҙың проекттарына һөйөү уятыусы тәжрибәле белгестәр итеп үҙҙәрен танытып өлгөргән хеҙмәкәрҙәр.

Китапхана бөгөнгө көндә йылы, уңайлы, уйланылған тематик дизайн, сағыу биҙәлгән китап күргәҙмәләре, стендтар һәм экспозициялар, заманса мебель һәм техника, бай китап фонды, интернет селтәре ресурстарына инеү, уҡыу залы менән айырылып тора. Шуныһы ҡыуаныс, заман талаптарына ярашлы шарттар тыуҙырылған ижади үҙәктә балаларын да өлкән быуынды ла күрергә була.

Үҫмерҙәр китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тыуған яҡты өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүлә. Миҙгел һайын улар район яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнашлығында әҙәби кисәләр, фольклорсылар, тарихсылар һәм тирә-яҡты өйрәнеүселәр менән ултырыштар, урындағы тарихты һәм йолаларҙы өйрәнеүгә арналған саралар бик йыш үткәрелә.

Ошондай ҙур яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алып башҡарғанға ла быйыл уларға район мәҙәниәт бүлеге, үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре коллегаларына оло ышаныс аҡлап тағы ла бер йөк өҫтәй – Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығы иғлан иткән гранттар конкурсында ҡатнашырға. Унда ла улар һынып ҡалмай, Башҡортостандың 12 китапхана ойошмаһы исемлегендә Ҡариҙел үҫмерҙәр коллективының «Таланттар урыны» проекты иң яҡшыларҙың береһе тип таныла. Был еңеү улар өсөн бер яҡтан ҙур ҡыуаныс та һәм оло яуаплылыҡ.

Грантты бойомға ашырыу маҡсатында эксперттар, этнографтар, ҡул оҫталары һәм фольклорсы-тикшеренеүселәр менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, белем биреү саралары планлаштырылған.  Мәҫәлән, унлар башҡорттарының милли кейемдәрен тергеҙеү, балыҡ һөйәктәренән картиналар эшләү, милли музыка ҡоралдары һәм халыҡ йырҙары менән танышытырыу, районда һаҡланып ҡалған солоҡсолоҡ һәм балҡортсолоҡ тарихын һәм серҙәрен өйрәнеү, «Аҡбүләк мендәрҙәре» кеүек бренд йолалар сарала ҡатнашыусы уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмай. Улар был осрашыуҙарҙа белгестәргә үҙҙәре ҡыҙыҡһынған һорауҙар бирә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Алда тағы ла проекттың авторҙары сарала ҡатнашыусылар өсөн асыштар, яңы ҡыҙыҡлы программалар һәм районыбыҙҙың абруйлы шәхестәре менә осрашыуҙар әҙерләгән.

- Үҫмерҙәр китапханаһы заман менән бергә атлаусы, яңы идеялар менән халыҡты ҡыҙыҡһындырыусы, район тормошонда әүҙем ҡатнашыусы учрежденияларыбыҙҙың береһе, - ти мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Руслан Булатов. – Уларҙан бер ҡасан да китап уҡыусы дуҫтары өҙөлмәй. Унан тыш коллегаларым яңы проекттар менән тағы ла район халҡын һәм ҡунаҡтарын йәлеп итеп тора. Уларҙың хеҙмәте китапханасылар өсөн үрнәк һәм оло ихтирамға лайыҡ.

- Беҙҙең эштең төп һөҙөмтәһе берҙәм һәм аңлап эшләгән коллегаларымдың оло ярҙамында, - ти Әлфиә Мәғрүф ҡыҙы. -  Шулай уҡ, сараларҙа ҡатнашҡан йәштәр, уҡытыусылар, «Иҙел» әҙәби берекмәһе ағзалары, фольклор коллективтары, ҡул оҫталары, урындағы журналистар һәм беҙҙең эшебеҙҙе яратҡан һәм битараф булмаған яҡташтарыбыҙ йәмләп тороу үҙе бер рух һәм көс өҫтәй. Шуға ла беҙ ҡариҙел халҡына оло рәхмәтлебеҙ. Берҙәм булып, бергә эшләгән дә генә уңыштарға ирешергә була. 

Үҫмерҙәр китапханаһы коллективына алдағы көндәрендә лә матур-матур саралар үткәрергә һәм яҡташтарын үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ҡыуандырырға насип итһен.

Марат Бүләков.

Автор фотолары.

 

 

Автор:Марат Буляков
Читайте нас