Ултырыш райондың мәҙәниәт, мәғариф һәм фән өлкәһендәге белгестәрҙе, «Табын ырыуы берләшәһе» йәмәғәт ойошмаһы һәм Ҡариҙел башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларын бер өҫтәл артына тупланы.
Сара атайсалыбыҙҙың этномәҙәни мираҫын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға дисциплина-ара ҡараштың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Түңәрәк өҫтәл белем һәм тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ халыҡ ижадын, телде һаҡлауға, тирә яҡты өйрәнеү эштәрен әүҙемләштерергә һәм популярлаштырыуға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн платформаға әйләнде.
Китапханасылар, фольклорсылар, сәнғәт өлкәһе белгестәре үҙҙәренең эшмәкрәлектәре, районда тирә яҡты өйрәнеү буйынса төрөлө йүнәлештә эҙләнеү эштәрен алып барыуҙары тураһында ултырышта ҡатнашыусыларға файҙалы мәғлүмәт еткерҙе.
Тайҡаш ауылы старостаһы Фәғил Калямов ауылдың тарихы һәм топонимикаһы тураһында белемдәре менән уртаҡлашты. Ошо ауылдың ағинәйе Нәйсә Нартдинова халыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Улар «Айыҡ ауыл» проекты сиктәрендә ойошторолған көн-күреш йолаларында һәм халыҡ уйындарында кеше һаны артыуына, яҡташтарының әүҙем булыуҙары тураһында һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Фидаил Сафин ҡатнашыусыларҙы Уңлар, Балыҡсы ырыуы башҡорттарының архив документтары менән таныштырҙы һәм Тайҡаш ауылының килеп сығышы тураһында ентекләп һөйләне.
Көн үҙәк һорауҙарының береһе, быйыл Архангель районында үтәсәк VII Табын ырыуы съезы, Ҡариҙел районында ойоштороласаҡ Унлар ырыуы һәм Асҡын районында үтәсәк Балыҡсылар ырыуы йыйындары, шулай уҡ «Табынфест – 2026» йәштәр фестиваленә әҙерлек тураһында ентекле һөйләшеү булды.
Түңәрәк өҫтәл һуңында ҡатнашыусылар тыуған районының сәскә атыуы хаҡына бергәләп эшләү өсөн резолюция ҡабул итте. Был ҡарар туған телде, халыҡ тарихын, мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендә дөйөм маҡсаттарға өлгәшеү өсөн төрлө учреждениелар һәм белгестәр араһында хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Түңәрәк өҫтәл Ҡариҙел районында мәҙәни үҙенсәлекте һәм социаль берҙәмлекте нығытыу юлында мөһим аҙым булды.