Сара Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мишкә һәм Тәтешле райондарынан ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ районыбыҙҙың махсус хәрби операция ветерандар командаһын берләштерҙе.
Спорт бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы район башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Рәсәй геройҙары Владимир Алимов, Сергей Тулин һәм башҡа ҡунаҡтар сәләмләнеләр.
Асыу тантанаһынан һуң муниципаль команадалар араһында ярыштары башланды. Ҡатнашыусылар пневматик винтовканан атыуҙа үҙенең теүәллеген, автоматты һүтеп йыйыуҙа тиҙлеген, урындан оҙонлоҡҡа һикереүҙә, дартста теүәллеген һәм гир спортында көсөн күрһәттеләр. Спорт байрамы бөтәһен дә дәрт һәм күңел асыу менән тултырҙы. Һөҙөмтәлә бөтә командалар ойоштороу кимитетының грамоталары менән бүләкләнде.
Уннан һуң Ҡариҙел ҡунаҡтары автоколлонна менән район үҙәге буйлап Еңеү паркына барып Афған һәм Чечен республикалары һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың стеллаһына сәскәләр һалдылар, бер минутлыҡ тынлыҡ менән ир-егеттәребеҙҙе иҫкә алдылар.
Сара Иҙел йылғаһынан балыҡ тотоу һәм уның тәмле ашын тәбиғәт ҡосағында ашап, самауырҙан сәй эсеүе менән тамамланды.