Луганск Халыҡ Республикаһында барған гуманитар миссияның ауыр тормошонда яҡташтарыбыҙ, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары Заһит Әсләмов Һәм Дмитрий Казаков ҡаҡшамаҫ ихтыяр һәм ысын мәрхәмәт күрһәтте. Буласаҡ фельдшерҙар «Беренсе тирмә» уникаль проектының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Улар үҙҙәренең ваҡытын, уҡыуҙарын ситкә ҡуйып, яралы яугирҙарға ярҙам итер өсөн бағышлай.
Бөгөнгө көндә «Беренсе тирмә» проектында 220-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ирекмәндәр ауыр яраланған пациенттарға ярҙам күрһәтеп, мөһим эш башҡаралар. Уларҙың хәстәрлеге ашатыу, яраларҙы бәйләү, медицина процедураларына оҙатыу, шулай уҡ психологик ярҙамды үҙ эсенә ала. Һәр хәрәкәт, һәр һүҙ, был фиҙаҡәр кешеләрҙең һәр ғәмәле яралы һалдаттарға өмөт бирә, уларға йәшәү һәм һауығыу өсөн көрәштә ярҙам итә.
Ошо проекта ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың береһе, унлар башҡорто егете Заһит Әсләмов менән яҡыныраҡ Луганскҡа барып ҡайтыуҙары һәм «Беренсе тирмә» проекты тураһында әңгәмә ҡорҙом.
Абдулла ауылында тыуып үҫкән Заһит өсөн был махсус ярҙам талап ителгән зонаға беренсе командировка түгел. 2025 йылдың йәйендә унетенсе отряд составында ул яралы яугирҙарҙың көсөн тергеҙер өсөн тос өлөшөн индерә.
2024 йылдың ноябрендә Башҡортостанда старт алған «Беренсе тирмә» проекты хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә иң ауыр мәлдәрҙә ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Быйыл февралдә Луганскиға ебәрелгән «тирмә»нең 32-се составын Бөрө медицина-фармацевтика колледжының дүртенсе курс студенттарыла ҡатнашты, улар араһында беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ ҙа булды.
Был ҡарарға юл ябай, күрәһең, осраҡлы шарттарҙан башлана. Заһит ЛНР-ҙағы госпиталдең ирекмән-медиктарға ихтыяжы тураһында үҙенең дуҫы Иван Поздняковтан белә. Иван, үҙ сиратында, был мөмкинлек тураһында «Ватан көсө» «Атайсал» форумында ишетә, унда колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына гуманитар миссияға ҡушылырға тәҡдим ителә. Ҡыҙыҡһынып, Иван проекта ҡатнашыр өсөн ғариза бирә, шулай уҡ ул үҙенең дуҫы һәм төркөм старостаһы Заһит Әсләмовты саҡыра.
Заһит бала сағынан уҡ маҡсатҡа ынтылыш һәм яуаплылыҡ, Ҡараяр мәктәбендә уҡыған сағында лидерлыҡ сифаттары менән айырылып тора. Ул спорт менән мауыға һәм теүәл фәндәргә һәләттәрен аса. 2025 йылда «Беренсе тирмә» проектының ирекмәндәр хәрәкәтендә алған тәжрибәһе уның ярҙам кәрәк булған урындарҙа ҙур роль уйнай. Бөгөн фельдшер булырға әҙерләнгәндә яҡташыбыҙ яңынан «тирмә» командаһы менән Луганскҡа барып ҡайтырға үҙ теләген белдерә.
- Проект тураһында белгәс, уның шарттары менән ентекләп танышып сыҡтым. Сираттағы команданы йыйыу ваҡытында ЛНР-ға юлландым. - ти Заһит Рәмил улы. - Тәүге тапҡыр барғанда, унда үҙ ауылымдан килгән яугирҙарҙы күрмәйәсәгемде яҡшы аңлай инем. Әммә күңелем ҡушҡанса, уларҙан тыш госпиталдә медицина ярҙамына мохтаж булыусы яралы һалдаттар бик күп һәм уларға тиҙ ваҡытта беренсе ярҙам күрһәтергә кәрәк икәнемде яҡшы аңлай инем. Шуға күрә икенсе тапҡыр барырға нейәт ҡылғас, уйланмай, күңелем ҡушҡанса иптәштәрем менән юл тоттоҡ.
Бөгөнгө геройыбыҙҙың атаһы Рәмил ағай менән Абдулла ауылында күрешеп ғаиләһе һәм улы Заһит тураһында һөйләшеп алдым. Ғаилә хужаһы ауырлыҡтарға бирешмәй өс балаһын да аяҡҡа баҫытра. Уларға белем бирә, эшкә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. Әсләмовтар ғаиләһе тормоштоң әсеһен дә сөсөһөн дә күреп үҫкәнгә лә, бәлки, ошо мәрхмәтлек һәм изге күңеллелек йөрәк түрәҙрендә һаҡланғандыр ҙа. Рәмил ағай бар ғүмерен «Йүрүҙән» ағас йөҙҙөрөү ойошмаһында эшләүгә бағышлай. Ауылдаштары алдында оло ихтирамлы һәм хөрмәтле ир-уҙаманы ла. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда.
- Бала саҡтан уҡ Заһит улым тырыш, уңған, эш һөйөүсән, ауылдаштарына ихтирамлы һәм ярҙамсыл булып үҫте. Әле лә ошо изге йөрәклелеге һүрелмәгән. Ялдарға ҡайтһа йөгөрөп–йөгөрөп донъя көтә, хәленән киләгәнсә ярҙам итә. Улым менән ныҡ ғорурланам. – ти Рәмил ағай.
Ысынлап та, Заһиттың тырышлығы тураһында өй түрендә эленеп ҡуйылған уның дипломдары, миҙалдары ла һөйләй. Батыр йөрәкле егетебеҙҙең ҡыйыу аҙымдары тирә яҡтарға ҙур үрнәк.
- Һалдаттарыбыҙҙың ғүмере медицина хеҙмәткәрҙәренә бәйле. Ваҡытында күрһәтелгән беренсе ярҙам - ҡотҡарылған кеше ғүмере. Яуғирҙе часта уның ҡораллы ҡәрҙәштәре көтә, ә өйҙә – ҡатындары, балалары, туғандары, ауылдаштары. Был минең ЛНР-ға сәфәрем һуңғы түгел тип уйлайым. Яҡташтарыбыҙға ярҙам кәрәк булһа тағы ла барырға әҙермен. - ти Ҡариҙел егете Заһит Рәмил улы.
Беҙ яҡташтарыбыҙға әүҙем гражданлыҡ позицияһы, яңы идеяларға өйрәнергә, киләсәктә яҡшы фельдшер булырға ынтылғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Марат Бүләков.
Заһит Әсләмовтың шәхси архивынан фотолар.