Сарала ауыл халҡы, Ҡариҙел районының тирә - яғын өйрәнеүсе, тарихсы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Фидаил Сафин, Унлар ырыуы ҡор башы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Өлфәт Ҡыямов, Яңы Бәрҙәш ауылы биләмәһе башлығы Айҙар Ғәйфуллин, Ҡариҙел мәғлүмәт үҙәге – «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте филиалы журналистары ҡатнашты.
Сараны ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ғәйфулла улы асып ебәрҙе. Артабан Нәрсидә Суфиәрова ун дүрт быуынына ҡәҙәр тарихи сығанаҡтарға таянып төҙөлгөн Мөхәмәтша нәҫеле ағасы менән таныштырҙы. Шулай уҡ, бар халыҡты ҡыҙыҡһындырған 1800-1810 йылдар башына алып барып тоташтырған Шаһимурад нәҫеле тураһында сығыш яһаусы Илдар Сафин тыңлап ултырыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Уның ата-бабалары ауылдың нигеҙен һалыусы һәм беренселәрҙән булып үҙенең ырыу заттары менән Аҡбүләк яҡтарынан күсенеп килеп, төпләнеп йәшәүсе икәнен ғаиләһе менән төҙөгән шәжәрәһе ярҙамында иҫбатлай алды. Ауылдың беренсе исеме лә бит Шаһимурад була, хатта метрика яҙмаларында ла совет осорона ҡәҙәр Шаһимурад булып яҙылып килә. Хәҙер инде беҙ уны Шамрат ауылы тип беләбеҙ.
Тарихи сығанаҡтарҙа беренсе булып Шамрат (Шаһимурад) ауылы 1867 йылда ғына иҫкә алынһа ла, ауылдаштары сығыш яһаған шәжәрәләр уның 200-ҙән дә күберәк Йүрүҙән буйында барлыҡҡа килгәнде дәлилләй. Тимәк бөтәбеҙгә лә уйланырға урын бар һәм артабан да эҙләнеү эштәрен алып барыу буйынса ҙур асыштар атҡарырға кәрәк буласаҡ.
Ҡатнашыусылар араһында Салауат Юлай улының да (Салауат Юлаев) Йүрүҙән буйлап, әлеге Шамрат ауылынан йыраҡ түгел ҡаялар янында туҡталғанды, халыҡ менән дә аралашҡанды, ата-бабаларынан ишеткәнде тел осона алып киттеләр. Бер тауҙың башында Салауаттың ҡулы менән билдә (тамға) һалып киткән урыны ла әлеге көнгә ҡәҙәр һаҡланған, ти, халыҡ. Шулай уҡ, тағы ла шамраттар өсөн бер табыш, ул да булһа ике йыл элек Йүрүҙән йылғаһы буйынан алып ҡайтҡан, ырыу тамғалары төшөрөлгән таш үҙе бер сер һаҡлай. Кемдәрҙер унда 1400 йылдар тураһында һүҙ бара ти, ә кемдәрҙер 1600 йылдарға барып тоташа, тип фаразлай.
Ауылды уратып алған топонимика ла ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙың бер-нисәһе: «Ҡатлы таш», «Бурһыҡ”, “Күзмә”, “Осло тау”, “Ҡылсағаш”, “Кеүәш”, “Баҡсурман”, “Борхан”, “Йылға утрауы”, «Боролма», «Өс бағана» һ.б.
Шамрат яҡтары элек-электән эш һөйгән һәм тырыш халыҡ икәнен уларҙың солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүе лә бер кемгә лә сер түгел. Эйе, ысынлап та, унлар башҡорттары ла борон-борондан ағастан бал алып ашағандар. Улар ҙа Бөрйән башҡорттары кеүек ағастан бал алып, уны ҡарап, шыршы-нараттарға ырыу тамғалары һалып көн күргән. Шулай уҡ, халыҡтың мәҙәни мираҫы, йолалары ла уларҙың үҙҙәренең ерлегенә генә хас булған. Бының менән дә Шамрат халҡына ғорурланырға ғына ҡала.
Ултырыш һуңында Унлар ырыуы советына ағзалар һәм 17 апрелдә Ҡариҙелдә үтәсәк съезға делегаттар һайланды, резолюцияға тәҡдимдәр ҡабул ителде, шулай уҡ район гәзитенә лә ташлама хаҡҡа яҙыла алдылар.
Унлар йыйынына старт биреп йәм һәм рух бөркөүсе бай тарихлы Шамрат халҡына эҙләнеү эштәрендә туҡталып ҡалмайса, йәш быуынға тапшырырылыҡ саралар үткәреп дәртләнеп, татыу һәм берҙәм булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
М.Буляков