+10 °С
Ясно
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Новости
27 Августа , 10:16

Ҡариҙел ауылында Алмаз Ғәниев тәүгеләрҙән булып «Ит кибете» асты

Махсус хәрби операция ветераны Алмаз Ғәниев районда тәүгеләрҙән булып адреслы социаль ярҙам алды

Ҡариҙел ауылында Алмаз Ғәниев тәүгеләрҙән булып «Ит кибете» астыҠариҙел ауылында Алмаз Ғәниев тәүгеләрҙән булып «Ит кибете» асты
Ҡариҙел ауылында Алмаз Ғәниев тәүгеләрҙән булып «Ит кибете» асты

Алмаз Ғәниев ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң тыуған яғына ҡайтып районында үҙ эшен үҫтерергә ҡарар итә һәм «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә соцконтракт ярҙамында идеяны тормошҡа ашыра. Яҡташыбыҙ Ҡариҙел районында был мөмкинлектән файҙаланған тәүге ветерандарҙың береһе. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы, мәшғүллек үҙәге һәм «Минең бизнесым» үҙәге ярҙамында йәш эшҡыуар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә документтар әҙерләй, ҡорамалдар һатып ала һәм сауҙа объекты төҙөй.

Кибетте  асыу тантанаһында район хәҡимиәте вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты. Райондың имамдары Әлфир Әхмәтов Һәм Рәүзәт Ғайбазов Алмаздың башланғыс эшенә изге фатихаларын әйтеп, уны тәбрикләп киттеләр һәм йола буйынса Ҡөрьәндән сүрәләр уҡынылар.

«Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы, Унлар башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы Ришат Ғәлинуров билдәләүенсә, йыл башынан Башҡортостанда 50-нән ашыу яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары ярҙам алған. Шуларҙың береһе Алмаз Ғәниев та үҙ эшен асҡан.

Кибетең ассортиментында һыйыр һәм һарыҡ ите, фарш бар. Продукцияһы хәләл нормаларға тап килә.

Марат Бүләков.

Автор фотолары.

Автор:Марат Буляков
Читайте нас