

Август педагогик кәңәшмәһенең беренсе өлөшөнөң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе ултырышында «Ҡариҙел» район гәзите редакцияһы журналистары, туған тел уҡытыусылары, район мәғәриф бүлеге белгестәре һәм Унлар башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.
Сараның тәүге өлөшөндә район методик берекмәһе етәксеһе Зөлфинә Ваяс ҡыҙы көн тәртибе менән таныштырып, 2025-2026-сы уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны.
Артабан ултырышта ҡатнашыусылар «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең тәрбиәүи әһәмиәте», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен туған телдәр булараҡ өйрәнеү һәм эш программаһын төҙөү үҙенсәлектәре», «Дәрестәрҙән тыш сараларҙа уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиәләү» темаларына сығыш яһанылар. Уҡытыусыларҙың бай йөкмәткеле докладтарында хәҙерге заман талаптарына ярашлы үҙ фекерҙәрен, тәҡтимдәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ урындағы район гәзитенә һәм «Йәнтөйәк»кә яҙылыуы һорауҙары ла һыҙыҡ өҫөтнә алынды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү, халыҡ ижадына иғтибар итеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Ултырыш аҙағында ойоштороусылар район һәм республика күләмендә уҙғарылған бәйгеләрҙе, фәнни-ғәмәли конференцияларҙы баһалау эшендә әүҙем ҡатнашыусы уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр. Ғөмүмән, сара бик уңышлы үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юғары кәйеф, киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.
Ҡариҙел районы уҡытыусыларына яңы уҡыу йылында уңыштар, еңеүҙәр, һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.