- Был – ғаилә традицияһы
Ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу – күп ғаиләләрҙә электән һаҡланып килгән изге традиция. Гәзит һәм журналдар һәр йортта булды. Типография буяуының еҫе, ҡағыҙ биттәрҙең ҡыштырлауы, эргәлә генә йәшәгән кешеләр тураһында яҙмалар – былар барыһы ла йылылыҡ һәм матур хәтирәләр бүләк итә.
Яңылыҡтар таҫмаһына телефон йәки компьютерҙа күҙ һалырға ғәҙәтләнһәгеҙ ҙә, яратҡан баҫмаһына яҙылыу кемдер өсөн яҡшы бүләк булыуы мөмкинлеген онотмағыҙ. Беҙҙә «Изге подписка» хәйриә акцияһында ҡатнашып теләгән һәр кем күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға һәм ярҙамға мохтаж булғандарға бүләк итеп республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙыла ала.
- Туған телдә уҡырға мөмкин
Күп милләтле республикабыҙҙа йәшәүсе һәр кем туған телендә гәзит алдырып уҡый ала. Был бик шәп күренеш! Беҙ туған телебеҙҙә уҡып рәхәтләнеү менән бер рәттән, милли мәҙәниәтте балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә тапшыра алабыҙ. Бөгөн Башҡортостанда рус, башҡорт, татар, мари, удмурт, сыуаш телдәрендә гәзит-журналдар сыға. Улар өлкәндәр аудиторияһына ла, балалар аудиторияһына ла иҫәпләнгән. Журналдарҙа йәш һәм абруйлы яҙыусыларҙың әҫәрҙәре баҫыла, шуның арҡаһында беҙ, уҡыусылар, милли әҙәбиәткә ылығабыҙ һәм уның үҫешенә йоғонто яһайбыҙ.
- Унда дөрөҫөн яҙалар
Һанлы технологиялар тормошобоҙҙо уңайлыраҡ итте. Әммә һәр ыңғай күренештең үҙ минустары бар. Секунд һайын тигәндәй интернет аша килгән мәғлүмәт ағымы һәр ваҡыт ышаныслы булмай. Бөтә мәғлүмәтте ентекле тикшергән, эксперттарға мөрәжәғәт иткән, бер нисә төрлө фекер тәҡдим иткән журналистарҙан айырмалы рәүештә, блогерҙар һәм башҡа «яҙыусылар» эште ҡатмарлаштырып тормай. Уларҙың маҡсаты – яңылыҡты, хатта ялған булһа ла, тиҙерәк һатыу һәм үҙенең субъектив фекерен белдереү.
Гәзиттә бөтә мәғлүмәт хәбәрселәр, мөхәррирҙәр иләге аша үтә. Улар һәр мәғлүмәт өсөн яуаплылыҡ тоя, шуға күрә баҫма һүҙгә ышаныс һәр ваҡыт көслөрәк.
Фекер алышыу өсөн сәбәп
Район һәм республика баҫмалары урындағы яңылыҡтар тураһында яҙғанға күрә, был – тирә-йүндә нимәләр булғанын белеү, һәр ваҡыт ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу, дуҫығыҙ йәки күршегеҙ менән яңылыҡты тикшереү, һеҙҙең ҡалалағы йәки ауылдағы теге йәки был башланғыс хаҡында ваҡытында белеп, уның барышына йоғонто яһау өсөн бик яҡшы мөмкинлек.
Баҫма матбуғаттың төп геройы – һәр ваҡыт кеше, ә район баҫмаһын алып ҡараһаҡ, был кеше, ҡағиҙә булараҡ, һеҙгә таныш. Мәҡәләлә ул уҡытыусы, табип, депутат булараҡ ҡына түгел, ә тәрән фекерле кеше булараҡ та асыла һәм шуның менән ғәжәпләндерә һәм һоҡландыра.
5. Яҙылыу ҡиммәткә төшмәй
Нимә генә тиһәләр ҙә, ысынында, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бик үк ҡиммәт түгел. Быны, йыллыҡ яҙылыу хаҡын яратҡан баҫмағыҙҙың даналарына бүлеп, үҙегеҙ ҙә тикшереп ҡарай алаһығыҙ. Бәләкәй генә сумма сыға. Бер тапҡыр түләйһегеҙ, уның ҡарауы йыл буйы гәзит уҡыйһығыҙ! Экономиялау өсөн матбуғатҡа яҙылыу декадаһы менән файҙаланырға мөмкин. Киләһе акция 3 декабрҙән 13-нә тиклем үтәсәк. Был осорҙа республика баҫмаларына һәм яратҡан район гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин буласаҡ.
Хөрмәтле уҡыусылар!
2026 йылға «Ҡариҙел» (рус телендә) «Ҡариҙел хәбәрҙәре» (татар телендә) һәм район-ара «Йәнтөйәк» (башҡорт телендә) гәзиттәренә яҙылығыҙ.
Адрес: Башҡортостан Республикаһы, Ҡариҙел районы, Ҡариҙел ауылы, Ленин урамы, 23.