+20 °С
Дождь
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Общество
6 Ноября 2025, 06:58

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә нисек һорау бирергә?

11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә республиканың төп киң мәғлүмәт сараларында һәм социальселтәрҙәрҙә тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешүтәсәк.

ИА БашинформИА Башинформ
Фото:ИА Башинформ

 Республика етәксеһенә бер нисә ысул менән яҙма йә видеоһорау бирергә мөмкин:

– Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru

– MAX милли мессенджерында чат-бот аша: https://max.ru/glavarb_pl_bot

– «Телеграм»да чат-бот аша: https://t.me/glavarb_pl_bot

– «Бәйләнештә» чат-бот аша: https://vk.me/glavarb_pl_bot

– «Одноклассники» селтәрендә чат-бот аша: https://ok.ru/group/70000042373707/messages

– «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/10441/

Әгәр ҙә һеҙ видеоһорау яҙырға уйлаһағыҙ, тәҡдимдәрҙе иғтибар менән өйрәнегеҙ:

– Видеояҙма башында исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йә ҡалағыҙҙы,районығыҙҙы әйтегеҙ, шунан ғына һорауығыҙҙы бирегеҙ.

– Мобиль ҡушымта аша һалғанда видеоның оҙонлоғо бер минуттан да артмаһын.Компьютерҙа 10 мегабайттан ашыу булырға тейеш түгел.– Видеояҙманы яҡтыла төшөрөгөҙ. Һорау биреүсе кешенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгәтөшмәһен.

– Һорау биреүсенең артында тәҙрә, лампа йәки башҡа яҡтылыҡ сығанағы булмаһын

.– Видеоны яҙҙырғанда камераны горизонталь тотоғоҙ, шылдырмағыҙ. Камера ныҡберкетелгән булһын.

– Видеоны телефондың фронталь камераһына селфи рәүешендә төшөрһәгеҙ ҙәгоризонталь тотоғоҙ.

– Видеоһорау урамда яҙылһа, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш.

– Һорауҙы бер төркөм кеше бирһә, һәр береһенең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшыишетелһен. Мөмкинлек булғанда микрофон ҡулланығыҙ.

– Бер планда төшөрөгөҙ һәм ебәрерҙән алда видеояҙманы монтажламағыҙ.

– Яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын.

– Видеоның аҙағында һорауҙың Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә булыуынәйтегеҙ.

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә видеоһорауҙар 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклемҡабул ителә.

Читайте нас