

Ҡараяр һәм уның күрше Абдулла, Комсомол ауылдары халҡы "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһында даими ҡатнашып, изге эштәр башҡара. Акция тураһында иғлан итеү менән йәштәре лә ололары ла йылы кейем, тиҙ боҙолмай торған ризыҡ, сәй, ойоҡбаш-бирсәткә штабҡа килтерә башланы. Шулай уҡ һалдаттарыбыҙға көн дә кәрәкле эш ҡоралдары, ике болгарка, 30 метрлы электр үткәргес тапшырылды.
Көҙгө каникул ваҡытында Ҡараяр мәктәбе һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре илебеҙ һаҡсыларына туҡмаҫ киҫеп әҙерләне, ә уҡыусылар һалдат ағайҙарына изге теләктәр еткереп, хат яҙҙы.
- Ошо изге эштә ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусыларға, атай-әсәйҙәргә, коллегаларыма оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, -тине Ҡараяр мәктәбе директоры Гөлфирә Дилдәр ҡыҙы.
- Батырҙарыбыҙға ярҙам итеү беҙҙең төп бурыс! – ти Ҡараряр ауылы биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанова. - Ошондай Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә үткән акцияларҙа: «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ», «Айыҡ ауыл» конкурсы, тирә яҡты йәмләндереүгә йүнәлтегән һ.б проектарҙа ауыл биләмәһендә йәшәүсе халыҡ йыл әйләнәһендә әүҙем ҡатнаша . Быйыл яуғирҙарыбыҙға матди ярҙам итеүселәр ҙә күп булды. Йыйылған аҡсаға берцы, бирсәткәләр алынды. Һәммәһенә лә оло рәхмәтемде еткерәм, - тине Рәйсә Тимерғәли ҡыҙы.
Барлыҡ йыйылған гуманитар ярҙам ирекмәндәр штабына тапшырылды.
Халыҡ йыйған бүләк-күстәнәстәр батырҙарыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәп, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙ тыуған төйәктәренә, ғаиләләре, атай-әсәйҙәре янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Фото: Ҡараяр мәктәбе, ауыл биләмәһе архивынан.