

Ҡариҙел районында урынлашҡан һәм үҙенең бай тарихы менән дан тотҡан ауылдар бихисап күп. Унда йәшәүсе халыҡ бөгөнгө көндә лә үҙҙәренең ата-бабаларының яҙмышы, уларҙың ҡаһарманлығы, ере, теле, иле өсөн көрәшкән батырҙары, аш-һыу бешергән, балаларын тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙары, ырыу-заттын аяҡҡа баҫтырған көслө тамырҙары менән ғорурлана.
Шундай ауылдарҙың береһе Уңлар ырыуы төйәгенең йәмле Йүрүҙән буйында 1834-36 йылдарҙа барлыҡҡа килгән Абдулла ауылы тураһанда һүҙем. Бөгөнгө көндә Ҡараяр ауылы биләмәһенә ҡараған ауыл Бөрө өйәҙе Һунлар улусы Иҫке Аҡбүләк һәм Яҡуп ауылдары башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1765 й. билдәле). 1865 йылда 63 йортта 386 кеше йәшәгән. Ул саҡта улар игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шулай уҡ 1906 йылда тимер һуғыу, таҡта ярыу эштәре менән дә шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. Ысынлап та ауылдың тарихы бай. Шуға ла абдуллалар бөгөнгө көндә лә берҙәм булып, ең һыҙғанып йән биргән төйәген тағы ла йәмләндерер өсөн тырышып эштәр атҡаралар һәм үҙҙәренең оло бер татыу ғаилә икәнен төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып дан тарата.
Бөйөк шәхестәр төйәге быйыл да дүртенсегә йәмле һәм сәмле «Айыҡ ауыл» бәйгеһенән ситтә ҡалманылар, бергәләшеп район этабының һынауында майҙан тота. Берҙәм халыҡтың конкурста ҡатнашырға теләге бар икән, тимәк уларҙың Башҡортостан халҡына һөйләрлек ҡаҙаныштары, изге йөрәкле шәхестәре, бөгөнгө көндә ауылда гөрләтеп донъя тотҡан халҡына ла бай.
Абдулла ауылының бөгөнгө тормошо тураһында тулыраҡ алда сығасаҡ гәзит биттәренән уҡырға була. Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар !