

Быйыл конкурста ҡатнашыусы ун ете ауыл үҙҙәренең эштәрен баһалама комиссия ағзаларына тәҡдим иттеләр. Еңеүсе исеменә дәғүә итеүсе ауылдар урында ойошторолған йөкмәткеле сараларға, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙарға, спорт ярыштарына бай булды. Улар МХО-ға ярҙам итеү һәм тирә-яҡты төҙөкләндереү акцияларында ла әүҙемлек күрһәтте. Ауыл активистары күп балалы ғаиләләр, имен булмаған ғаиләләр менән дә эштәрҙе әүҙеп алып барҙы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтәһе районда бишйөҙгә яҡын төрлө йүнәлештә саралар ойошторолған һәм унда бишмеңдән ашыу кешеләр ҡатнашҡан.