+24 °С
Дождь
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Общество
25 Ноября 2025, 17:51

Гастролдең беренсе көнө тамам

Бөгөн Байҡыбаш ауылында Линар Белыйҙың концерты ҙур тамаша йыйҙы.

Марат Буляков  Гастролдең беренсе көнө тамамМарат Буляков  Гастролдең беренсе көнө тамам
Гастролдең беренсе көнө тамам Фото:Марат Буляков

Йәш артистың ижады менән яҡыныраҡ танышырға райондың Яугилде, Әмин, Байҡы-Йонос, Тайҡаш, Подлуб, Мрәсим, Ҡариҙел ауылдарынан, шулай уҡ Асҡын һәм Благовещенск яҡтарынан килгән халыҡ кисәне биҙәне.  

Дәртле йырҙар, рухлы ҡурай һәм гармун моңдары, ятып көлгәнсе шаяртыуҙар тамашаның күңелен күтәрҙе.  Линар Вәлиев етәкселегендәге ижади төркөм әҙерләгән йөкмәткеле концерт программаһы ҡариҙелдәрҙе мәшәҡәттәрҙән бушатып ял сәғәте бүләк итте.

Байҡыбаштарға һәм килгән күрше ауыл халҡына ҙур рәхмәт !

Өс көнлөк гастролдең беренсе көнө тамам.  Иртәгә улар Ҡараяр ауылы мәҙәниәт йортонда сығыш яһаясаҡтар.  Тамашаға рәхим итегеҙ!

 

Автор:Марат Буляков
Читайте нас