-5 °С
Облачно
80 лет ПобедыВКTelegramОКДЗЕНMAX
Все новости
Общество
3 Января , 08:26

ОЛОЛАРҘАН ФАТИХА АЛЫУ - ҘУР САУАП

Яңы йылды ҡаршылаған айлы кисендә һәм ҡояшлы ап-аяҙ һалҡын һыуыҡта Тайҡаштың өлкән быуынын Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән тәбриәкләп сығыу ауылдың бер ғөрөф- ғәҙәтенә әүерелгән дә инде

Марат Буляков Караидельский ИЦ ОЛОЛАРҘАН ФАТИХА  АЛЫУ - ҘУР САУАП
ОЛОЛАРҘАН ФАТИХА АЛЫУ - ҘУР САУАП Фото: Марат Буляков / Караидельский ИЦ

Быйыл да ауыл йәштәре байрамдың төп ҡунаҡтары менән, йылдың беренсе көнөн, ололарҙан фатиха алып, уларға ауыл биләмәһе исеменән бүләктәр өләшеп сыҡтылар.

Бар ғүмерен тыуған ауылдарына бағышлаған ағинәйҙәребеҙ бөгөнгө көндә лә ауылдаштарына үрнәк һәм кәңәшсе булып йәшәйҙәр. Оло йәштәренә ҡармаҫтан өйҙә улар ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр, күрше-күләм һәм туған-тумасалары килһә тәмле аш һәм сәй ҡуйып һыйлайҙар.

Бына ошондай улар беҙҙең Ҡариҙел районы Тайҡаш ауылының быйыл 93 йәшен тултырыусы Сәҙретдинова Мәнзүмә, 90 йәштәрен билдәләүсе Ғәрифуллина Мөсәлиә һәм Ғәлиәхмәтова Фәнзиә, шулай уҡ 89 йәшлек Ғәйнуллина Рәфиғә инәй.

Уларға беҙ оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереп ауылдаштары менән ҡыуанышып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Благословение от старейшин - ценный дар

В с. Тайкаш Караидельского района уже стало традицией в новогодние дни поздравлять старшее поколение с Дедом Морозом и Снегурочкой. В этом году молодежь села, вместе с главными гостями праздника, в первый день Нового года отправилась по домам, чтобы поздравить долгожителей от имени сельского поселения и получить их благословение.

Наши бабушки, посвятившие жизнь родной деревне, до сих пор остаются примером и наставницами для односельчан. Несмотря на преклонный возраст, они продолжают заниматься рукоделием и с радостью угощают соседей и родственников вкусной едой и чаем.

Тайкашевцы гордятся своими долгожителями. Мы желаем Садретдиновой Манзуме (1933 г.р.), Гарифуллиной Мусалии (1936 г.р.), Галиахметовой Фанзии (1936 г.р.) и Гайнуллиной Рафиге (1937 г.р.) долгих лет жизни, наполненных счастьем и благополучием.

Читайте нас