Яңы йыл башында ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеген хөрмәтләү өсөн туғандар менән йыйылыу - ғаилә бәйләнештәрен нығыта. Йәш быуын ошо изге йолала атай-инәйҙәренең баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарының хәтергә алыуҙарын, уларҙы хөрмәт итеүҙәрен күрә һәм үҙҙәре лә был өҙлөкһөҙ сылбырҙың бер өлөшө булып китүенә шаһит булып үҫә, тәрбиәләнә.
Мәрхүм булып киткән туғандар өсөн Ҡөрьән уҡыу (сүрә) - ул хәйер, уның әжере уларға барып етә. Был инде икенсе донъяға киткәндәргә мәрхәмәт һәм хәстәрлек күрһәтеү. Табын артында уҡылған доғалар хәҙерге йәшәүселәргә лә, уларҙың алдағы тормошона ла бәрәкәт килтерә тип иҫәпләнә.
Бергәләп доға ҡылыу, артабанғы табын ашына йыйылғандарҙы берләштерә, туғанлыҡ ептәрен нығыта.
Ауылдың имамы Рәлиф хәҙрәткә айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Был изге сауап эштә уның роле ҙур. Ул йоланы ихласлыҡ менән үткәрә, был ваҡиғаға айырым тәрәнлек һәм рухилыҡ бирә.
Аллаһ һеҙҙең доғағыҙҙы ҡабул итһен, үлгән туғандарығыҙҙы ғәфү итһен һәм ярлыҡаһын, һәм һеҙҙең ҙур ғаиләгеҙгә киләһе йылда һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек бирһен! Был яңы йылдың ысын мәғәнәһендә изге башланғысы.
Ихтирам менән, ауылдаштар исеменән Рима Вәзих ҡыҙы Ғабдрахимова
В канун Нового года родственники собираются, чтобы почтить память умерших предков. Это укрепляет семейные узы и передает традиции следующим поколениям. Внуки, наблюдая за этим ритуалом, становятся его частью.
Чтение сур Корана за упокой душ умерших — это акт милосердия и заботы. Считается, что такие молитвы не только помогают душам усопших, но и приносят благословение живым, особенно в новом году.
Совместная молитва, трапеза и общение объединяют родных, которые могут жить далеко друг от друга и вести разные жизни.
Особая благодарность имаму Ралифу за его участие. Его искренность и глубокое понимание придают обряду особую торжественность и духовную глубину.
Пусть Аллах примет молитвы, простит и помилует усопших, а вашей большой семье принесет здоровье, мир и благополучие в новом году. Это действительно хорошее начало.