+28 °С
Облачно
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Общество
17 Января , 08:26

ИҢ БЕРЕНСЕ БАЛЫҠТЫ ТАЙҠАШТАР ТАРТЫП СЫҒАРҘЫ

Бөгөн Ҡариҙел районында боҙ аҫтындағы балыҡты тотоу буйынса беренсе республика чемпионаты үтә.

Марат Буляков Караидельский ИЦ ИҢ БЕРЕНСЕ БАЛЫТЫ ТАЙҠАШТАР ТАРТЫП СЫҒАРҘЫМарат Буляков Караидельский ИЦ ИҢ БЕРЕНСЕ БАЛЫТЫ ТАЙҠАШТАР ТАРТЫП СЫҒАРҘЫ
ИҢ БЕРЕНСЕ БАЛЫТЫ ТАЙҠАШТАР ТАРТЫП СЫҒАРҘЫ Фото:Марат Буляков / Караидельский ИЦ

Ҡариҙел районындағы Павловка һыуһаҡлағыс территорияһында   “Һыу өҫтөндә” ял баҙаһы эргәһендә ойошторолған сараға Өфөнән, Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман райондарынан балыҡсылар йыйылды.

Ойоштороусылар ҡатнашыусылар исемлеген туплап, чемпионаттың ҡағиҙәләре менән таныштырҙылар һәм балыҡсыларға старт бирҙеләр. Күптә үтмәй иң беренсе балыҡты хужалар - Тайҡаш ауылы балыҡслыры  тартып та сығарҙылар. Беренсе тотолған балыҡ бәйгелә ҡатнашыусыларҙы артабан ярышҡа дәртләндереп ебәрҙе.

Ойоштороуслыр әйтеүенсә был чемпионатта Ҡариҙел районынан иң күп ҡатнашыусылар исемлеге Тайҡаш ауылы ир-егеттәре тип һанала. Бергәләшеп ауылдарының ҡотон һәм йәмен күтәреп йөрөүсе ир уҙамандарына афарин тип кенә әйтергә ҡала.

Әлеге ваҡытта ярыш дауам итә.

Подписывайтесь на наш канал в МАХ max.ru/karaidel102 и читайте новости в удобном формате!

Автор:Марат Буляков
Читайте нас