Бөгөн, 23 ғинуарҙа, Ҡариҙел район мәҙәниәт һарайында педагогтар араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһау тантанаһы үтте. Бәйге дауамында ете уҡытыусы һәм дүрт тәрбиәсе, уҡытыуға һәм тәрбиәгә инновацион алымдар күрһәтеп, иң яҡшылар исеменә дәғүә иттеләр.
Ойштороусылар еңеүселәрҙе иғлан итеү алдынан төрлө номинацияларға лайыҡ булыусы конкурсанттарҙы билдәләп киттеләр. Район педагогтары Сирена Ғиндуллина (Яңы Бәрҙәш мәктәбе) - “Йөрәгемде балаларға бирәм”, Ләйсән Мәсәлимова (Байҡы аулы мәктәбе) - «Өмөт-2026», Олеся Дорофеева (Артакүл мәктәбе) - “Педагог дебют" һәм Альбина Иҙрисова (Ҡариҙел ауылының 2-се балалар баҡсаһы), Регина Фролкина (Абыҙ ауылы мәктәбе), Регина Нурисламова (Яңы Бәрҙәш балалар баҡсаһы) - «Йыл педагогы» тип аталған номинацияларҙа бүәлкләнделәр.
Район этабының төп еңеүселәре тип «Йыл уҡытыусыһы» номинацияһында 2-се Ҡариҙел ауылы мәктәбенең биология уҡытыусыһы Лилиә Ҡотлойыва һәм «Йыл тәрбиәсеһе» Ҡариҙел ауылының 4-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алһыу Ғилванова танылды.
Еңеүсе педагогтарға алдағы республика этабында ла уңыштар теләйбеҙ.