Волонтёрское движение в деревне — это инициатива, объединяющая добровольцев для организации благотворительных и социально значимых мероприятий. Волонтёры помогают местным жителям решать разнообразные проблемы: от организации досуга до помощи пожилым людям и проведения экологических акций. Тайкашевцы служат примером, вдохновляя других на участие в этом проекте.
«Ирекмәндәр командаһы» тиһәк өлкән быуынға иң беренсе «Тимур һәм уның командаһы» күҙ алдына килеп баҫа. Ҡариҙел районында ағай-апайҙарҙың хаҡлы ялда булыуҙарына ҡармаҫтан ауылдарҙа ирекмәндәр отрядттарын төҙөү һәм ең һыҙғанып йәштәргә өлгө күрһәтеп, изге эштәр башҡарыуҙары тирә- яҡтағылар өсөн үҙе бер һабаҡ. Ошондай саф күңелле, дәртле, рухлы халыҡ бөгөнгө көндә Тайҡаш ауылында ла дәртәленеп тормош көтә һәм ирекмәндәр хәрәкәтенә йәм биреп йәшәй.
Ысынлап та бөгөнгө ауыл ирекмәндәре оло йәшкә ҡарамай ошо эшмкәрлекте бик әүҙем һәм берҙәм башҡара. Тайҡаштар был хәрәкәттә иң беренсе аҡһаҡалдарға һәм ағинәйҙәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ғаиләләренә, шулай уҡ күп ғаиләле йорттарға ла барып осрашыуҙар ойоштороу, аралашыу һәм йәш ғаиләләргә кәңәш биреүҙе, ҡулдан килгәнсә төрлө яҡтан ярҙам итеүҙе төп бурыстарҙың береһе тип һанай.
Ҡышҡы миҙгелгә килгәндә ирекмәндәр командаһының ағзалары ҡар яуып төшөү менән иң беренсе иртүк тороп үҙҙәренең ҡапҡа алдарын, ә уннан инде эш ҡоралдарын тотоп, урам буйлап, күрше-күләмәгә ярҙам итергә сығып китәләр.
- Алдағы көндәрҙә лә ауылдаштарыбыҙға көстән килгәнсә ярҙам ҡулын һуҙып эшләй торған эштәр күп әле, тик күңелдә дәрт һәм теләк булһын, - ти ауыл ирекмәндәре.