-21 °С
Облачно
80 лет ПобедыВКTelegramОКДЗЕНMAX
Все новости
Общество
27 Января , 11:14

МӨҒЖИЗӘЛЕ ТАЙҠАШ АУЫЛЫ

Тайҡаш ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Мөғжизәле ялан» уйыны үтте

Марат Буляков Караидельский ИЦ МӨҒЖИЗӘЛЕ ТАЙҠАШ АУЫЛЫ
МӨҒЖИЗӘЛЕ ТАЙҠАШ АУЫЛЫ Фото: Марат Буляков / Караидельский ИЦ

2000 йылдар башынан алып бар халыҡты Тайҡаш ауылында  ойшторған «Мөғжизә яланы» проекты бер нимәһе менән дә Мәскәүҙекенән кәм түгел, хатта яҡшыраҡ та. Беренсенән тайҡаштар быны туған телендә алып бара, икенсенән эшҡыуарҙарынан башлап, педагогтары, хаҡлы ялда булыусылары, йәштәр, күп ғаиләле ата-әсәләр, йыраҡтарҙа йәшәп тә ауылға йыш ҡунаҡҡа ҡайтып тороусы милләттәштәре ҡатнаша ала. Әйтергә кәрәк, бөтәһенә лә ишектәр асыҡ тик теләгең генә булһын.   

Быйыл да, был сараның үтеүен белеп ҡалыу менән, Тайҡаш ауылы мәҙәниәт йорто тамаша менән тулды. Ә сәхнә артында проекта ҡатнашыусылар мәж килеп үҙҙәренең сығыштарына әҙерләнә ине.  

Фанфарҙар, һәм бына, ҡарап ултырыусыларҙың яратҡан алып барыусыһы. Юҡ, Леонид Якубович түгел, ә ошо проекты беренселәрҙән булып Тайҡашта ойоштороусы, яҙыусы,  аулдың старостаһы Фәғил Калямов бөтәһен дә сәләмләне.  Бәйге алдынан Яугилде ауыл биләмәһе башлығы Илшат Сөләймәнов үҙенең теләктәре менән уйынсыларға һәм ҡарап ултырыусы көйәрмәндәргә дәрт бирҙе. Ауылдың «Миләшкәйем» ижади төркөмө йыр-моңдары менән кисәгә  күтәренке кәйеф өҫтәне.

Фанфарҙар. Алып барыусы Фәғил Фәзелғаян улы  тамашасылар ярҙамында «Мөғжизәләр яланы»ның беренсе, икенсе, аннан инде өсөнсө тур ҡунаҡтарын бер-бер артлы саҡырып сәләмләне, уйын барышында улар менән яҡыныраҡ танышып, турҙың еңеүселәрен көйәрмәндәр менән билдәләп торҙолар. Һорауҙар бик ҡатмарлы һәм уйландырғыс ине. Улар билдәле яҡташтарына, тирә-яҡтың топонимика, совет осороноң колхозлашыу, районда ауыл биләмәләренең ойошторолоуына арналды. Һүҙҙең бер-ике хәрефен генә асып яуап ҡйтарырлыҡ түгел ине. Уйын булғас, ҡатнашыусылар мәрәйҙәр ҙә йыйҙылар, бүләктәрен дә оттолар һәм «банкротҡа» ла тап килделәр.   

Тамашасыларҙың ихлас көлөүе, дәррәү алҡыштары аҫтында барған уйындың үтеп, финалисты асыҡлағанды һиҙелмәй ҙә ҡалды. 2026 йылдың Тайҡаш ауылында үткән «Мөғжизәләр яланы» уйыны еңеүсеһе Эльза Закирйәнова үҙенең тъәҫораттары менән уртаҡлашты.

-Бөгөн супер уйында ҡатнашыу бәхете тура килде. Минең менән бергә уйнаған яҡташтарыма оло рәхмәт. Төрлө өлкәлә эшләгән кешеләр булһаҡ та беҙҙе «Мөғжизәләр яланы», «Айыҡ ауыл»республика конкурсы берләштерә. Ойоштороусылар әҙерләгән һорауҙарға яуап табыу еңелдән булманы. Ә шулай ҙа шәхестәребеҙҙе, ауылыбыҙ һәм республикабыҙҙың тарихын белеү мотлаҡ, - тине Эльза Ғәбделҡәүей ҡыҙы. 

Ойоштороусылар сараны бүләктәр менән тьәмин итеүсе яҡташтары, әлеге ваҡытта Лангепас ҡалаһында йәшәүсе Раил Файзрахмановҡа һәм Яугилде ауыл биләмәһе депутаты  Илшат Сөләймәновҡа, шулай уҡ ойоштороп үткәреүҙә ярҙам ҡулын һуҙыусы ауылдаштарына оло рәхмәттәрен еткерә.   

 

Автор: Марат Буляков
Читайте нас