-21 °С
Облачно
80 лет ПобедыВКTelegramОКДЗЕНMAX
Все новости
Общество
30 Января , 00:49

Тайҡаш ауылы оҫталары үҙҙәренең ижади серҙәре менән уртаҡлаштылар

29 ғинуарҙа Ҡариҙел ауылының үҫмерҙәр моделле китапханаһында «Таланттар урыны» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә оҫталарҙы туплау нөктәһе асылды.

Марат Буляков Караидельский ИЦ  Тайҡаш ауылы оҫталары үҙҙәренең ижади серҙәре менән уртаҡлаштылар
Тайҡаш ауылы оҫталары үҙҙәренең ижади серҙәре менән уртаҡлаштылар Фото: Марат Буляков / Караидельский ИЦ

Китапхана хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән конкурста ҡатнашып, еңеү яулап Ҡариҙел районында «Таланттар урыны» проектын тормошҡа ашырыу хоҡуғына эйә булды. 

Шул маҡсаттан, йыл барышында үҫмерҙәр китапханаһында халыҡ кәсептәренә, халыҡ ижадына арналған һәм тыуған яҡты өйрәнеү  буйынса төрлө өлкәләге эксперттар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм белем биреү саралары планлаштырылған.  

Беренселәрҙән булып концентрация нөктәһендә «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Тайҡаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең ижади серҙәре менән уртаҡлаштылар. Ауыл оҫталарының береһе, мәҙәниәт йорто методисты, милли кейемдәрҙе тергеҙеүсе белгес Лениза Муллаярова. Ул халыҡ биҙәүестәрен ҙур теләк менән эшләй һәм милли кейемдәрҙе тергеҙә, башҡорт, татар, мишәр мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға, пропагандалауға ҙур өлөш индерә.

Бөгөн Лениза Мәҙехәт ҡыҙы башҡорт күкрәксәһен (түшелдереген) эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Эшкә тотонор алдынан ул милли кейемдең эшләү тәртибе һәм уларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, артабан сараның ҡунаҡтары түшелдеректе үҙҙәре, белгес ярҙамында, эшләп ҡараны. Яңы йылдың башында ғына  старт алған проектан бөтә ҡатнашыуслар ҙа ҡәнәғәтләнеп өйҙәргә таралыштылар.

Ойоштороусылар Лениза Муллаярова һәм уның ярҙамсыһы Илүсә Карамоваға мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерә. Шулай уҡ «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһе финалында уңыштар теләп ҡала.

Автор: Марат Буляков
Читайте нас