

Өфөлә, 22 февралдә, «Байыҡ» телевезион конкурсының беренсе этабы үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған ижади коллективтары баһалама комиссия ағзаларына үҙҙәренең репертуарҙарынан бер бейеү тәҡдим иттеләр. Ҡариҙел ауылы мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле лә был бәйгенән ситтә ҡалманы.
«Йәшлек»тәр был юлы баһалама комиссия ағзаларына «Ауыл урамы» тип аталға башҡорт бейеүен күрһәттеләр. Яңы ғына ансамблдә тыуған, уңлар, елдәк һәм балыҡсы ырыуыҙары башҡорттарының көн-күрешенә хас булған, ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған бейеү жюри ағзаларын ҡыуандырып, иң юғары мәрәйҙе йыйып, бәйгенең икенсе турына үтергә хоҡуҡ бирҙе. Яратҡан ансамблен дәртәләндереп , тыуған яғыбыҙҙың мәҙәниәтен республика кимәлендә таратып йөрөүсе, Башҡортостандың атҡанҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөнирова үҙенең тәҫораттары менән уртаҡлашты.
- Ҡариҙел ҡыҙҙары ныҡ уңған, тырыш. Мин улар менән ныҡ ғорурланам. Беренсе турҙа йыйыған йөҙ балды Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, ир-егеттәрбеҙгә арнайбыҙ. Шулай уҡ айырым рәхмәттәрем район хаҡимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улына, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Руслан Рөстәм улына, Мирза Тәфкил улына еткерәһем килә. Ошонда уңыштар менән бергәләшеп, берҙәм булып йәшәргә насип итһен. Бейүселәремә артабан да уңыштар теләп ҡалам. Ҡыҙҙырымдың бөтәһенә лә айырым рәхмәтәтремде еткерәм, - ти Рәфилә Мөғәлим ҡыҙы.
«Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбленә икенсе турҙа уңыштар теләп ҡалабыҙ.