1 март көндө Башҡортостан Республикаһында башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләйҙәр. Ошо мөһим датаға арнап бөтә республика буйынса яҙҙың беренсе ай башында саралар үтте. Ҡариҙелдең 4-се балалар баҡсаһы ла был рухи байрамдан ситтә ҡалманы.
Тәрбиәсе Зөлфирә Мәхмүтова етәкселегендәге полилингваль төркөмдә тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн сара ойошторолдо. Ғилмалетдиновтар, Хәйҙәровтар, Йыһаншиндар һәм Ибраһимовтар ғаиләләре ҡорҙоң төп ҡунаҡтары һәм әйме булды. Уларҙың ҡатнашыуы байрамды ысын мәғәнәһендә күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итте.
Осрашыуҙа балалар ғаиләләре тураһында ғорурлыҡ менән һөйләнеләр һәм шәжәрә тарихтары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ тәрбиәләнеүселәр ата-әсәләре менән халыҡ әйтемдәренең мәғәнәһен тикшереп, тормош-көнкүрештән миҫалдар килтерҙеләр.
Артабан сара өҫтәл артында дауам итте. Әсәйҙәр милли ризыҡтарҙы алдан бешереп килтереп, балаларға уларҙың килеп сығышы һәм әҙерләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр.
- Бындай саралар мәктәпкәсә йәштәге балаларға бәләкәйҙән үҙ тамырҙарын белергә, халыҡтың йолаларын хөрмәт итергә һәм ғаиләне ҡәҙерләргә ярҙам итә, - тип билдәләне Зөлфирә Мәхмүтова. - Ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың бергә байрамда ҡатнашыуын, бер-береһенә ярҙам итеүен күреү - ул башҡорт ғаиләһе рухының ысын кәүҙәләнеше.
- Тормоштоң йәшәү мәғәнәһе балаларыңды аяҡҡа баҫтырып, уларҙы кеше итеп, бер-береңде аңлап, терәк булып, сабыйҙарҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәүҙә, - тиҙәр күп ғаиләле әсәйҙәр, «Әсә даны» миҙалы менән бүләкләнеүсе Зөлфиә Рәшит ҡыҙы һәм Зәлфирә Хәлфәт ҡыҙы.
Ололарға хөрмәт һәм милли йолаларҙы һаҡлау хаҡында иҫкә төшөрөүсе байрам бөтә ҡатнашыусыларға рух күтәренкелеге өҫтәне.