+4 °С
Облачно
80 лет ПобедыВКTelegramОКДЗЕНMAX
Все новости
Общество
6 Апреля , 19:04

Ҡарярыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Ҡараяр ауылында Унлар ырыуы съезына әҙерләнеү сиктәрендә  конференция һәм район гәзитенә яҙылыу акцияһы үҙ эшен дауам итте.

Марат Буляков Караидельский ИЦ Ҡарярыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Ҡарярыбыҙ менән ғорурланабыҙ Фото: Марат Буляков / Караидельский ИЦ

3 апрель көндө Ҡараяр ауылында Унлар ырыуы съезына әҙерләнеү сиктәрендә «Унлар төйәгендә тыуып уңғанмын» тип аталған фәнни-эҙләнеү конференцияһы һәм район гәзитенә яҙылыу акцияһы үҙ эшен дауам итте.

Күп функциялы мәҙәнәт йортоноң фойеһы ауылдың ҡул оҫталарының эштәре, Сафиндарҙың һәм Сәтиғәлиевтарҙың ғаилә шәжәрәләре менән менән биҙәлгән ине. Район үҙәгенән килеп етеүсе ҡунаҡтарға һәм акцияла ҡатнашыусыларға Ҡаряр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советы башҡарыуында милли бейүеҙәре һәм йырҙары рух һәм йәм өҫтәне.

Сараға килгән ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырыусы ауылдың данын тотҡан оҫталар менән яҡыныраҡ Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Тимәрғәле ҡыҙы Сотланова таныштырҙы, шулай уҡ уларҙың һәр береһе үҙҙәренең ҡул эштәре, шәжәрәләре тураһында ентекләп һөйләп еткрҙе.
Тамаш залында йыйын ҡыҙыҡлы сығыштар менән конференцияның йөкмәткеһен байытып ебәрҙе. Мәҫәлән, Ҡараяр мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Резеда Хәмзи ҡыҙы Хәйруллина үҙенең тәжрибәһе һәм белеме менән уртаҡлашты, ул ауылдың лайыҡлы халҡы тураһында һөйләне. Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы Сәитғәлиева тыуған ауылының топонимикаһын өйрәнеүгә арналған доклады, шулай уҡ ауыл старостаһы Сафуанов Мәжит Суфийәр улы сығышы Ҡараяр ауылының эшселәр ҡасабаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тураһында тарихи очерктары ла ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ҡараяр ауылында тыуып үҫкән һәм әлеге ваҡытта Екатеринбургта йәшәүсе, конференцияла ҡатнашыр өсөн йыраҡ-араларҙы яҡынайтып тыуған ауылына ҡайтып етеүсе Рәсим Мөҡәмил улы Сафин «Унлар» ырыуын тикшеренеү эштәре буйынса әҙерләгән сығышы бигрәк тә тыңлап ултырыусыларға ҡыҙыҡһыныу уятты һәм айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Ул аудиторияға тирә-яҡ ауылдарының атамаларының килеп сығышын һәм уларҙың нигеҙләнгән даталарын архив материалдарына таянып үҙ фекерн халыҡҡа еткерә алды.

Бар халыҡты ла ҡыҙыҡһындырған осрашыу 17 апрелдә Ҡариҙел ауылында үтәсәк Унлар съезына делегаттар, Унлар советына ағзалар һайлау һәм сығыш яһаусы ағай-апайҙарҙы ойоштороу комитеты исеменән бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.

Википедиянан:
Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Ҡараяр ауыл Советы БАССР Юғары Советы Президиумының 1963 йылдың 12 мартындағы указына ярашлы барлыҡҡа килә. 1977 йылда Конституцияға ярашлы Ҡараяр ауыл Советы халыҡ депутаттарының Ҡараяр ауыл Советы итеп үҙгәртелә, ә 1992 йылдың 3 июлендә ауыл Советы Ҡараяр ауыл Советы хакимиәте итеп үҙгәртелә.
2002 йылдың 3 июлендә Ҡараяр ауыл Советы хакимиәте Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Ҡараяр ауыл Советы муниципаль берәмеге тип үҙгәртелә.
2005 йылдың 19 декабрендә Ҡараяр ауыл Советы муниципаль берәмеге Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Ҡараяр ауыл Советы ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә.
«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Закон»ға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә.

Автор: Марат Буляков
Читайте нас