Ойоштороу комитеты Абдуллаға барған саҡта унлар ырыуының арҙаҡлы шәхесе, билдәле журналист Ришат Фәтхинислам улы Миндийәров исемен йөрөткән аҫылмалы күпергә барып, яҡташыбыҙҙы иҫкә алды, сәскәләр һалды.
Ришат Фәтхинислам улы Миндийәров Ҡариҙел районы Абдулла ауылында тыуып үҫә. Ул бар ғүмерен журналистикаға бағышлай. Радиола тәүге тәжрибәһен 1991 йылда Башҡорт дәүләт университеты студенты булғанда ала. "Радио-2" каналын булдырыуҙа ҡатнаша, башҡорт телендә тапшырыуҙар алып бара. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Сәләм" программаһы авторы һәм алып барыусыһы була, яңылыҡтар хеҙмәтенең башҡорт редакцияһын етәкләй. 2016 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә күсә.
Ришат Миндйәровтың яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашырға тип Ҡараяр ауылы биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанова, Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Фидаил Сафин, Өлфәт Ҡыямов, Ҡариҙел мәғлүмәт үҙәге журналистары, класташтары һәм ауылдаштары ла йыйылды. Оло йәрәкле һәм изге күңелле Ришат Фәтхинислам улын сарала ҡатнашыусылар уның яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, бер минутлыҡ тынлыҡ менә иҫкә алды.
- Беҙ бала саҡтан уҡ шуҡ булдыҡ. Тәбиғәт ҡосағында арып талғансы иптәштәр менән уйындар уйнап, өйҙәргә таралышыр инек. Бик күңелле һәм алсаҡ йөҙлө ине беҙҙең Ришат, - тип иҫкә алды уның класташы Нурғәли Тәжетдинов.
- Зәңгәр экрандарҙа уның тапшырыуын һоҡланып ҡарай инем. Свердловск башҡорттарын республикабыҙға ҡунаҡҡа килтергән саҡта ул беҙҙең делегацияны ҡаршы алып Өфөлә экскурсия ла үткәрергә ваҡыт табып ярҙам итер ине. Беҙ уны ныҡ яраттыҡ һәм хөрмәт иттек, ауылдашым мәңге беҙҙең хәтерҙә, - ти сарала ҡатнашыусы, әлеге ваҡытта Свердловск өлкәһендә йәшәүсе Фларида Уйылданова.
- Беҙҙең Ришатыбыҙ бер ҡасан да ауырылығын кешегә күрһәтмәне, - ти, класташтары уның яҡты хәтирәләр менән уртаҡлашыуын дауам итеп. – Ул «Юҡ», тип әйтә белмәне. Ауылдашыбыҙға шылтыратып хәлен һорашһаң: «Бөтә яҡшы», тип әйтер ине. Р.Миндийәров туғандары һәм яҡташтары өсөн йәнен бирергә әҙер, ауыл һәм район сараларында әүҙем ҡатнашыусы, үҙен унлар башҡорто булыуы менән ғорурланып халыҡҡа һөйләп, Ҡариҙел башҡорттарының данын таратыусы яҡташыбыҙ ине. Ришат Фәтхинислам улының оло йөрәкле һәм халыҡты яратыусы миләттебеҙҙең ир-уҙаманы икәнен беҙҙең оноторға хаҡыбыҙ юҡ, - тинеләр уның замандаштары.
«Унлар төйәгендә тыуып уңғанмын» тип аталған фәнни-эҙләнеү конференцияһында район журналистары һәм абдуллалар Ришат Миндийәровтың исемен мәңгелләштереү маҡсатында проект өҫтөндә эш алып барыу тураһында Унлар йыйыны резолюцияһына тәҡдимдәр индерҙеләр.