+22 °С
Ясно
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Общество
21 Мая , 09:44

Хәлилдә «Ҡарға бутҡаһы»

Ҡариҙел районы Хәлил ауылында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы үтте. Был халҡыбыҙҙың иң популяр яҙғы байрамдарының береһе, ул, ғәҙәттә, республикабыҙҙа март айынан башлап һабантуйға ҡәҙәр билдәләнә.

Хәлилдә «Ҡарға бутҡаһы»Хәлилдә «Ҡарға бутҡаһы»
Хәлилдә «Ҡарға бутҡаһы»

Йола буйынса байрамды яҙ етеү менән ойошторалар. Башҡортостандың төньяҡ һәм көньяҡ-көнбайышында был байрам «Ҡарға бутҡаһы» исеме аҫтында билдәле һәм киләһе «Һабантуй» байрамына бер көн йәки бер нисә көн ҡалғас билдәләнә. Көньяҡта, көнсығыштағы кеүек үк, был байрамда ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем ҡатнаша, көнбайыш башҡорттарында был бары тик балалар байрамы ғына була, ә Йүрүҙән һәм Байҡы йылғалары буйында урынлашҡан унлар башҡорттарында борон-борондан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә әүҙем ҡатнашып килә.

Был йола ХХ быуат башында уҡ бөтә башҡорт ырыу ҡәбиләләрендә  билдәләнә. Үҙәк һәм көнсығыш Башҡортостанда ул Ҡарғатуй исеме менән, көньяҡта һәм көнбайышта Ҡарға буткаһы булараҡ билдәле.

Башҡорт йолаларын өйрәнеү тарихы тамырҙары менән бик боронғо замандарға барып тоташа. Ошо ваҡыттағы сәйәхәтселәр, ғалимдар Әхмәт Ибн Фадлан (Х быуат), Әбү-Хәмит Әл Гарнати (XIII быуат) эшмәкәрлеге ярҙамында беҙҙең көндәргә башҡорттарҙың мәжүси йолалары, төрлө тәбиғәт илаһтарына табыныуҙары тураһында мәғлүмәттәр килеп еткән. Шуларҙың береһе май айында Ҡариҙел районы Хәлил ауылында урындағы мәктәп коллективы, Иҫке Аҡбүләк ауылы советы һәм Унлар башҡорттары ойошмаһы менән ойошторолған башҡорт халҡының боронғо Ҡарға бутҡаһы йолаһы.

Бер көн элек, байрам башланғансы, ауыл малайҙары өлкәндәрҙең фатихаһы менән өйҙәр буйлап йөрөп ярма, йомортҡа, май йыя. Ауыл халҡы биргән ризыҡты йыйынды ойоштороусы ҡатын-ҡыҙҙарға алып барып тапшыралар. Үҫмерҙәр үҙҙәре йыйған таҫмалар, ҡульяулыҡтар менән тирә-яҡтағы ағастарҙы биҙәйҙәр.

Икенсе көндө мәжлес ауылдың аҡһаҡалының фатихаһы менән башланды. Артабан балалар өсөн «Йөҙөк һалыу», «Аҡ тирәк, күк тирәк», мөшәктәр кейеп һикереү кеүек боронғо башҡорт халыҡ уйындары ойошторолдо. Малайҙар һәм ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтеште, ҡара ҡарғалар тураһында шиғырҙар һөйләне, ҡоштар тураһында йомаҡтар систе. Билен бирмәҫ батырҙарҙар көрәш майҙанында үҙҙәрен һынап ҡараны. Боронғоса, ҡулға таҫтамал урап, билдән уратып алып батырҙарыбыҙ бер-бер артлы майҙан тотто. Сарала ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең батырлығына халыҡ һоҡланып ҡарап туя алманы. Көрәш булғас еңелеүселәре лә, еңеүселәре лә билдәләнде һәм бөтәһен дә майҙан дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды.

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм сәсәндәребеҙ өсөн ойошторолған ижади майҙансыҡ та бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Унлар башҡорттарына ғына хас йырҙар, бейеүҙәр майҙанды йәмләне, ә өлкәндәрҙең йәштәргә ҡарата әйтелгән мөнәжәттәр, бәйеттәр һәм ҡобайырҙар оло бер һабаҡ булды.

Мәжлес менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар бешергән бутҡа, самауарҙар ҙа ҡайнап сыҡты. Бар халыҡ табын артына саҡырылып яңы йылдың уңышына, илебеҙҙең тыныслығына, ғаиләләребеҙҙең бәхетенә бағышлап өлкәндәрҙән бата әйтелде. Артбан сарала ҡатнашыусылар майҙан түрендәге ҡайын ағасына теләктәр әйтеп төрлө төҫтәге таҫмаларҙы бәйләне һәм Байҡы йылғаһына төшөп мәжлестең бутҡаһы менән теләктәр әйтеп ерҙе, һыуҙы, ҡоштарҙы һыйланы. 

Йола буйынса байрам теләктәр теләү, һыйланыу һәм халыҡ йырҙарын башҡарыу менән тамамланды.

Марат Бүләков.

Автор фотолары.

Автор:Марат Буляков
Читайте нас