+28 °С
Облачно
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Общество
22 Июня , 03:55

Маҡсатыбыҙ бер – халҡыбыҙға хеҙмәт итеү !

19-20 июндә йәмле Инйәр буйында «Табын ырыуы берләшмәһе» төбәк-ара йәмәғәт берекмәһе советы башланғысы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы һәм Архангел районы хаҡимиәте ярҙамында Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған Табын ырыуы вәкилдәренең VI съезы (йыйын) һәм «Табын-фест - 2026» төбәк-ара йәштәр фестивале үтте.

Маҡсатыбыҙ бер – халҡыбыҙға хеҙмәт итеү !Маҡсатыбыҙ бер – халҡыбыҙға хеҙмәт итеү !
Маҡсатыбыҙ бер – халҡыбыҙға хеҙмәт итеү !

Сарала Башҡортостан Республикаһының Архангел, Ауырғазы, Балтас, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Салауат, райондарынан, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре башҡорттары ҡатнашты.

Йыйындың беренсе көнө Архангел районы мәҙәниәт йортонда «Таланттар эйәһе – табындар ғаиләһе» конкурсы менән башланды.    Сарала ҡатнашыусыларҙы Архангел районы хаҡимиәте башлығы Айрат Сәйетғалин сәләмләне.

- Башҡортостаныбыҙҙың хозур төйәге архангел ере табындар төйәгендә рухташтарыбыҙҙы күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килеп етеүсе делегаттарҙы, йәштәрҙе һәм милләттәштәребеҙҙе ихлас тәбрикләйем. Табындар ойошмаһы беҙҙең республикала иң әүҙем һәм көслө. Артабан да берҙәм булып ҡалайыҡ, - тине Айрат Закир улы.

Артабан сәхнә түренә төрлө яҡтарҙан килеп еткән башҡорт ғаиләләре майҙан тотто. Улар тамашасыларға үҙҙәре тураһында яҡыныраҡ һөйләп, шәжәрәле менән таныштырып киттеләр. Атай-әсәйҙәр балалары менән әҙерләгән һәр сығыш ҡарап ултырыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Ғаиләләрҙе дәррәү алҡыштар менән тамашасы оҙатылып барҙы. Бәйге һуңында баһалама комиссияһы ҡарары буйынса рухлы, үҙ йолаларына, туған телен һаҡлауҙа һәм пропагандалауҙа, ижади яҡтан тамашасы һөйөүен яуласы Ғафури, Ҡариҙел, Учалы, Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килеп етеүсе ғаиләләр иң яҡшылары булып һаналды.

«Табын-фест-2026» йыйына рух, дәрт, һәм күтәренке кәйеф бүләк иткән беренсе конкурстан һуң район делегаттарын икенсе майҙанда Табын иленең йәш сәсәндәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙ, ағинәйҙәр ҡоро вәкилдәре менән осрашты. «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр араһында ойошторолған был мәртәбәле сарала башҡорт ҡобайырҙарында ир-егеттәр образы темаһы асыҡтан-асыҡ һөйләшер өсөн урынлы һәм ваҡытлыса булды.  Делегаттарҙың олоһо ла, кесеһе лә үҙенең фекерҙәрен һөйләп, ә сәсәндәребеҙ ҡобайырҙы башҡарып халыҡҡа еткерә алдылар. Ә иң тетрәнгесле һәм күңелдәребеҙҙә уйланыуҙар уятҡан, бөгөнгө көндә илебеҙ сигендә тороусы һәм беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн көрәшеүсе Архангелдең батыр улдары, махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусы сығыштары илаты ла, уйландырҙы ла. Кисәне алып барыусылар  Башҡортостан батырҙарын бер минутлыҡ тынлыҡ менә иҫкә алдылар. 

Сара икенсе көндө бөтә ҡатнашыусыларҙы ла оло майҙанға - Һабантуй яланына йыйҙы. Театраллаштырылған асыу тантанаһы райондарҙан килгән командаларҙы барлап сығып, Табындарҙың тарихына байҡау яһаны. Артабан «Табын-фест» йыйынында ҡатнашыусылар «Бәйге» башҡорт күп бәйгеһе, волейбол, шашка, шахмат, йәйәнән уҡ атыу, гер күтәреү, мас-реслинг спорт ярыштарына таралаштылар. Ә майҙандың төп сәхнәһендә йәштәр үҙҙәрен «Табын батыры» һәм «Табын һылыу» бәйгеһендә һынанылар. Көн барышында майҙан шаулап торҙо. Командалар өсөн делегат етәкселәре менән ирекмәндәр үҙҙәренең алҡыштарын йәлдәмәнеләр. Бөтә сығыш, бөтә көрәш һәм спорт төрҙәре дәррәү алҡыштар аҫтында оҙатылып барҙы. Сарала ҡатнашыусылар өсөн әҙерләнгән һәм райондар үҙҙәре килтергән тирмәләр, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Тирмәләрҙәге милли ашһыуҙар, шәжәрәләр күргәҙмәһе, райондың ҡаҙаныштары ла табындаштарыбыҙҙың ни тиклем егәрле, тырыш һәм берҙәм булып үҙ тыуған яғтарында йәшәгәндәрен күрергә һәм яҡыныраҡ танышырға була ине.

Йәштәр көстәрен һынаған саҡта район мәҙәниәт үҙәгендә Табын ырыуы вәкилдәренең VI съезы (йыйын) үҙ эшен дауам итте. Ултырыш башҡорт халҡының гимны «Урал» менән башланды. Делегаттарҙы   онлайн форматында Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләне.

- Табындар берләшмәһе республикабыҙҙағына түгел һәттә күпләп йәшәгән күрше өлкәләге милләттәштәребеҙ өсөн дә иң әүҙем эш алып барған ойошмаларының береһе. Бөгөнгө милли йәмәғәт хәрәкәттәре алдында илдең милли төрлөлөгөн һаҡлау буйынса системалы эш алып барыу менән бергә дөйөм гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу буйынса мөһим бурыстар тора. Маҡсатыбыҙ уртаҡ - башҡорт халҡының үҫешен һәм именлеген хәстәрләү, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау, - тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Артабан делегаттар алдында «Табын ырыуы берләшмәһе» төбәк-ара йәмәғәт берекмәһе советы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев ойошманың биш йыл алып барылған эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, совет ағзаларына урында ҙур эштәр алып барғандары өсөн оло рәхмәтен еткерҙе, ҡатнашыусылар алдында яңы бурыстар ҡуйҙы.

Сығыш яһаусы ҡор баштары ауылдарҙа шәжәрә байрамды, Ватанды һаҡлауҙы пропагандалауға арналған саралар, башҡорт мәктәптәренең, балалар баҡсаларына тәрбиә эштәре, милли матбуғаттарға яҙылыу буйынса урында әүҙем эш алып барыу һәм бик күп актуаль һорауҙар күтәрҙе.

- Туған телгә һөйөү тәү сиратта ғаиләлә тәрбиәләнә һәм балалар өйҙә, ата-әсәләрҙән башҡортса һөйләшергә өйрәнергә тейеш. Ҡулдан килгәнде, тәүге сиратта, үҙебеҙ эшләйек (был һәммә ғәмәлдәргә ҡағыла), тәртип тупһанан башлана, - тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Ғафури районынан иң өлкән делегат Ғәлинур Ҡалмурзин.

- Милли матбуғат райондарҙа бөтә икән, тимәк телебеҙ ҙә бөтәсәк. Уның артынан ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ ҙа юғаласаҡ, - тине Һамар өлкәһенән килгән делегат Шәмғүнов Дауыт.

Съезд үҙенең фекер алышыуы, тәҡдимдәре, ҡор баштарының бөгөнгө көндә акуталь пробеламалары күтәреүе менән айырылап торҙо. Йыйында делегаттар бер тауыш менән Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡайывты «Табын ырыуы берләшмәһе» советы рәйесе итеп һайланы, шулай уҡ уның урынбаҫарҙары, совет ағзалары исемлеге бидәләнде. Киләсәктә яңы һайланған рухлы команда алдында халҡыбыҙға, республикабыҙға ҡағылған оло эштәр көтөлә. Бергәләшеп, берҙәм булып эшләргә ҡала. Съездың йомғаҡлау сараһында «Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе» исеменә журналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, Архангел районы табындарының ҡор башы Таһир Рәхмәтуллин һәм Ғафури районынан Ғәлинур Ҡалмурзин бүләкләнде.

Район мәҙәниәт йортонда съезд барған саҡта «Табын-фест» йыйыны һабантуй ялананында үҙ эшен дауам итте. Табындың батырҙары һәм һылыуҙары сәхнәлә бер-бер артлы сығыштар менән тамаша һөйөүен әсир итһә, ә бына спорт төрҙәрендә ҡатнашыусы йәштәр тағы ла үҙҙәрен һынап иң көслө командалар исемлеге өсөн көрәште.

Шулай итеп волейбол ярышында Архангел, Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы командалары үҙ ара урындарҙы билдәләһә, шахмат һәм шашка турнирында Архангел, Балтас, Ғафури спортсыларын еңеүсе булманы. Йәйәнән уҡ атыу бәйгеһендә Учалы, Ғафури һәм Архангел командалары иң күп мәрәйҙәр йыйып призлы урындар яуланылар.

«Табын батыры-2026» исеменә Ҡырмҫҡалы районынан Самиков Алмаз, ә «Табын һылыуы - 2026» - Ғафури районынан Наҙгөл Зәйнетдинова лайыҡ булдылар.  

Гүзәл Архангел төйәгендә үткән Табын ырыуы вәкилдәренең VI съезы (йыйын) һәм «Табын-фест - 2026» төбәк-ара йәштәр фестивале бөтә ҡатнашыусыларға ла күтәренке кәйеф, рух һәм көс өҫтәне. Киләсәктә лә йәштәрҙе берләштереү, төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү һәм быуындар араһында күсәгилешлекте тьәмин итеү кеүек бурыстар йыйында үҙара эш итеү форматында тормошҡа ашырылыуына ышанып ҡалабыҙ. Маҡсатыбыҙ бер – халҡыбыҙға хеҙмәт итеү !  

 

Унлар башҡорттары ҡор башы, «Табын ырыуы берләшмәһе» төбәк-ара йәмәғәт берекмәһе советы ағзаһы

Регина Бүләкова.

 

Иҫкәртмә.

Мәғлүм булыуынса, табын — башҡорттарҙың иң эре ырыуҙарының береhе. Ул үҙе генә лә әллә нисәмә ырыу-түбә тармаҡлы: барын табын, ҡа- ра табын, иҙел табын, туҡ- соран табын, ыҡ-сөн табын, ҡыуаҡан табын, теләү табын, щулай уҡ унлар, балыҡсы, танып, елдәк һ.б.... XIV–XVI быуаттарҙа та- бындарҙың бер өлөшө Башҡортостандың урманлы-таулы райондарына күсеп килеп, Ағиҙелдең түбәнге ағымы, Еҙем, һуңғараҡ Инйәр йылғаларының үҙәндәрендәге уңдырышлы ерҙәргә урынлаша. Ырыуҙың икенсе бер өлөшө көнсығыштан Урал аръяғында Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйҙарын һәм Мейәс, Уйылға, Уй, Яйыҡ йылғаларының үрге ағымдарын биләй. XV быуаттың аҙағында — XVII быуат башында табындарҙың бер аҙы Ыҡ йылғаһы ярҙарына кире күсенә, ҡалғандары, көньяҡҡараҡ китеп, Тоҡ, Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары буйындағы ерҙәрҙе үҙләштерә. XVIII быуат уртаһында Урал аръяғы табындары Уй һәм Тубыл йылғалары буйындағы далаларға китә. XVI–XVIII бы- уаттарҙа улар биләгән ерҙәр төньяҡтан Пышма йылғаһына ҡәҙәр, көньяҡтан — Туғыҙаҡ йылғаһына тиклем барып етә. Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғас, Нуғай һәм Себер юлдары буйындағы ерҙәр Табын улуҫының аҫаба ерҙәре итеп ҡалдырыла. XVIII быуатта табындар әйле, ҡаңлы, ҡатай, көҙәй, ҡыпсак, мең, түңгәүер, терһәк, үҫәр гән, юрматы ырыуҙары менән күршеләш була. XVIII–XIX быуаттарҙа та- бындарҙың ерҙәре Быҙаулыҡ, Верхнеуральск, Екатеринбург, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө һәм Сләбе өйәҙҙәре эсендә бүлгеләнеп ҡала. Кантондар системаһы идаралығы осоронда табындар 2-се, 3-сө, 4-се Тау арты, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 9- сы башҡорт кантондарына тарҡатыла. Хәҙерге көндә табын ырыуҙары Башҡортостандың Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Тәтешле, Ҡариҙел, Асҡын, Дәүләкән, Учалы, Әбйәлил, Салауат райондары; Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы; Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы; Һарытау өлкәһе Пугачёв районы; Ырымбур өлкәһе Александров, Красногвардейск, Новосергиев райондары һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Красноармейск райондарында таралып йәшәй.

Автор:Марат Буляков
Читайте нас