

25-28 июнендә Татарстан Республикаһында көрәш буйынса XV Донъя Чемпионаты һәм Беренселеге үтте. Боронғо милли спорт төрө «Аҡ Барс» көрәш Һарайына 32 илдән өс йөҙҙән ашыу спортсыларҙы бер майҙанға тупланы.
Башҡортостандан Рәсәй йыйылма командаһында алты кеше, шул иҫәптән яҡташыбыҙ Әнүәр Әхмәтғәлиев ҡатнашты. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡариҙел батыры өсөн был турнир сираттағы этап ҡына түгел, ә уның спорт бөйөклөгөн раҫлаусы триумфаль этап булды. Сөнки ул 2025 йылда Ҡазанда үҙенең ауырлыҡ категорияһында абсолют донъя Чемпионы титулын яулап Башҡортостандың маҡтаулы спортсылар исемлегенә ингән ине. Ә быйыл Әнүәр үҙенең өҫтөнлөгөн тағы ла иҫбатлай һәм традицион билбау көрәше буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.
Ярышта ир-егеттәр һәм үҫмерҙәр 21 комплект миҙал өсөн көрәш алып барҙы. Чемпионат ысын оҫталарҙы, үҙ заманының батырҙарын бер майҙанға йыйҙы. Өс йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы араһында Ер шарының бөтә мөйөштәренән килгән иң көслө көрәшселәр, тренерҙар һәм рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Дүрт көн барған ярышта Рәсәй һәм сит илдәрҙең тәжрибәле белгестәренән торған судьялар коллегияһы ҡағиҙәләрҙең үтәлешен ҡәтғи күҙәтеп барҙы.
Ярыштың беренсе көнөндә, келәмгә йәш спортсылар сыҡҡанда төрлө илдән килгән батырҙар алыштары дәрт һәм фиҙакәрлек менән тулы булды. Ҡариҙел районының Унлар төйәге батыры Әнүәр Әхмәтғәлиев, техниканы феноменаль белеүен генә түгел, ә ҡаҡшамаҫ характерын да күрһәтеп, 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында юниорҙар араһында донъя Чемпионы исеменә лайыҡ булды.
Был ҙур уңыш күп йыллыҡ ныҡышмалы күнекмәләрҙең һәм оҫталыҡтың һөҙөмтәһе булып тора. Әнүәрҙе рухландырыусы остазы - атаһы һәм тренеры Алмаз Мансур улының баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләп үтергә кәрәк. Донъя Чемпионының атаһының белеме, тренерлыҡ таланты һәм сикһеҙ ярҙамы улының үҙенең күренекле карьераһын төҙөү өсөн нигеҙ булып тора. Был ғаилә бәйләнештәре дәртлегегенә, ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсөнә һәм юғары оҫталыҡҡа сағыу миҫал.
Әнүәр Яңы Аҡбүләк ауылында күп балалы Әхмәтғәлиевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуған. Хәлил урта мәктәбендә белем алғас, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡыуын дауам итә. Бала саҡтан спорт менән мауығып, ул милли көрәш менән айырыуса ҡыҙыҡһына, уны ярыш тип кенә түгел, ә үҙ-үҙен камиллаштырыу юлын да күрә.
- Спортҡа һөйөү һәм көрәште миңә атайым өйрәтте, - тип уртаҡлаша Әнүәр. - Был милли спорт төрөн һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем һәм үҫешемде дауам итәсәкмен. Төп нигеҙҙе атайым һалды. Уның көсәйтелгән күнекмәләре беҙҙе батыр ирҙәр кеүек ҡанатландыра, физик сифаттарҙы һәм ихтыяр көсөн үҫтерергә ярҙам итә.
- Улдарым Әнүәр һәм Илназ менән ғорурланам, - ти ғаилә башлығы Алмаз Мансур улы. - Беҙ был еңеүгә оҙаҡ килдек. Ун йылдан ашыу ул ағаһы менән көрәш келәменән төшмәне, һәм бына һөҙөмтә. Әнүәрҙең тәүге еңеүен хәтерләйем - был 2014 йылда Иҫке Аҡбүләк ауылында Ниғмәтов Фәрит иҫтәлегенә көрәш буйынса турнир уҙғарылғанда булды. Ул саҡта уға ни бары алты йәш ине. Ә республика турнирҙарынан келәмгә тәүге ҙур сығыу мәктәп уҡыусылары араһында республика беренселеге ярышында булды. Бына ошо беренсе еңеүҙәре уны артабанда сәмләндерҙе, милли көрәшебеҙгә сәм һәм көс бирҙе.
Ҡазанда донъя Чемпионатында яҡташыбыҙ Ҡырғыҙстан, Таджикстан, Мысыр һәм башҡа илдәрҙең вәкилдәре менән көрәшә. Һәр алыш уның өсөн һынау була, максималь концентрация һәм яуаплылыҡ талап итә, сөнки бәләкәй генә хата ла еңелеүгә килтереүе ихтимал. Тап шуға күрә беҙҙең башҡорт батырыбыҙ, тиҫтерҙәре араһында иҫ киткес еңеү яулап, үҙенең ир-егет характерын һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсөн күрһәтеп Илебеҙҙең ике тапҡыр көрәш буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.
- Ағайыбыҙҙың донъя чемпионы булыуын белгәс, шатлығыбыҙҙан һикерҙек һәм ҡул саптыҡ, - тип һөйләй Әнүәрҙең һеңлеләре Сабина менән Азалия. - Уны ауылда ҙур һәм татыу ғаилә менән ҡаршы алдыҡ, йола буйынса, уның ҡаҙаныштары тураһында тағы бер тапҡыр һөйләшеү өсөн өҫтәл артына йыйылдыҡ. Беҙ ағайыбыҙҙың ҡаҙаныштарына ҡарап һоҡланабыҙ.
Башҡортостан һинең менән ғорурлана, Әнүәр! Һин йәш быуын һәм республикабыҙҙың спортсылары өсөн ысын заман геройы булып киттең, улар һинең юлыңды ҡабатларға ынтыласаҡ. Һиңә артабанғы уңыштар теләйбеҙ. Яңы еңеүҙәргә өлгәшеүеңде дауам ит һәм башҡаларҙы үҙ өлгөң менән рухландырып йәшә.
Ә райондың турнирҙарына килгәндә билдәле унлар төйәгенең башҡорт улдары Яҡуп Сынмырҙин, Хәлил Бүләков, Нурлы Миңлеәхмәтов, Фәрит Ниғмәтов исемдәрен мәңгеләшереү маҡсатында спорт һәм төрлө йүнәлештә сараларҙың үтеүенә ышанып ҡалам.