+9 °С
Ясно
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Общество
22 Сентября , 07:44

Һин үлмәнең, Салауат !

1800 йылдың 26 сентябре халыҡыбыҙҙың батыры Салауат Юлай улының үлгән көнө.

Һин үлмәнең, Салауат !Һин үлмәнең, Салауат !
Һин үлмәнең, Салауат !

Эйе, һин үлмәнең, башҡорт улы, Салауат! Ана, күрәһеңме, нисек һине иҫкә алалар Ҡариҙелдең батыр улдары һәм һылыу ҡыҙҙары! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм һинең яҙмышыңа битараф булмаған вариҫтарың.  

Бөгөн Ҡариҙел ауылында мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең остаздары менән йыйылышып майҙан түрендә һүҙ тотто. Башҡорт халҡының милли геройы – Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләп, уның үткән тормошон, батырлығын иҫкә алып тағы ла Салауатыбыҙҙың рухын шатландыҙылар.

Сәсәнебеҙең шиғырҙары һәм моңдары күңелебеҙҙә йәшәй икән, тимәк  батырыбыҙҙың рухы әле йөрәгебеҙҙә һүнмәгән һәм һүрелмәйәсәк. Дан, сараны ойоштороусыларға !

 

Салауаттар әйтәм Салауатҡа

Салауатым, һин мәңгелек, һин үлмәнең!
Башҡорт илен һаҡлап тора һинең йәнең.
Салауат ул – хыял уты, милләт ҡото,
Мәңге йәшә, Салауатлы милләт йорто!
Салауат ул – азатлыҡтың оранылыр,
Кәрәк булһа, ҡоралһыҙҙың ҡоралылыр,
Хикмәт барҙыр Салауаттың ҡылысында.
Шуға ла ул тора һәр саҡ ҡын осонда.
Салауат ул доға беҙҙә, доға беҙҙә,
Салауаттар әйтәйек беҙ бергә-бергә
Илебеҙгә, еребеҙгә!
Эй, ғүмерҙәр...

Рәшит Шәкүр.

 

26 сентября (8 октября по новому стилю) 1800 года — дата смерти башкирского национального героя (батыра) и поэта-сказителя (сэсэна) Салавата Юлаева. Он скончался в крепости Рогервик (современный Палдиски, Эстония).

Автор:Марат Буляков
Читайте нас