

Өфөлә, 24 сентябрҙә, «Байыҡ» телевезион конкурсының икенсе һайлап алыу туры үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған ижади коллективтар баһалама комиссия ағзаларына үҙҙәренең репертуарҙарынан икенсе бейеүҙе тәҡдим иттеләр. Ҡариҙел ауылы мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле лә был бәйгенән ситтә ҡалманы.
«Йәшлек»тәр беренсе турҙа баһалама комиссия ағзаларына «Ауыл урамы» тип аталға башҡорт бейеүен күрһәтһә, был юлы улар яңы бейеүҙәрен тәҡдим иттеләр.
Яратҡан ансамблен дәртәләндереп , тыуған яғыбыҙҙың мәҙәниәтен республика кимәлендә таратып йөрөүсе, Башҡортостандың атҡанҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөнированы һәм бейеүселәребеҙҙе тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ. Афариндар, ҡариҙел һылыуҙары!!