+5 °С
Облачно
ВКTelegramОКДЗЕНMAX
Общество
8 Октября , 08:07

Ҡариҙелдә дуҫлыҡ гөлләмәһе

Бөгөн, 8 октябрҙә, Ҡариҙел ауылы үҫмерҙәр моделе китапханаһында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған дуҫлыҡ сараһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡариҙелдә дуҫлыҡ гөлләмәһеҠариҙелдә дуҫлыҡ гөлләмәһе
Ҡариҙелдә дуҫлыҡ гөлләмәһе

Был мәртәбәле йыйында башҡорт, татар, урыҫ, үзбәк, таджик, мишәр, әрмән халыҡтарыны вәкилдәре һәм Ҡариҙел ауылы 1-се мәктәбенең   уҡыусылары ҡатнашты.

Дуҫлыҡ түңәрәге артына йыйылған сараның төп ҡунаҡтары үҙҙәренең сығыштары менән тыңлап ултырыусы йәштәрҙе үҙ халҡының тарихына, фльклорына һәм сәнғәтенә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Беренселәрҙән булып Башҡорт фольклорын пропагандалаусы, Ҡариҙел ауылы «Серҙәштәр» халыҡ фольлоры ансамбле ағзаһы Рина Залилова халҡының милли кейеменә, музыка ҡоралдарына һәм моңло башҡорт йырҙарына үҙ сығышында тамашасыларҙы әсир итте.

Артабан эстафетаны Ҡариҙел районының татарҙар конгрессы ойошмаһы рәйесе, Ғаян Лоҡманов исемендәге район яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Тәнзилә Яҡупова үҙенең ижад иткән шиғырҙары аша туған теленә йәштәрҙең һөйөүен уятһа, ә бына Гөлсөм Нәбиуллина үҙе яҙған шиғырҙарынан тыш моңло тауышы менән тыңлап ултырыусыларҙы тағы ла бер тапҡыр ижадына ҡыҙыҡһыныу уятты. Баян, гармун, һәм үҙенең моңо менән сәнғәтте пропагандлаусы мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәре Мөғәниф Абраров сығышы ла бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.

Шулай уҡ сарала Ҡариҙел районының урыҫтар соборы вәкиле, район мәҙәниәт үҙәге методисты Ксения Гордиенко, әрмән милләтенән Роман Козорян, таджик һәм үзбәк халыҡтары вәкилдәре туған телендә йырлап, шиғырҙар һөйләп барыһын да хайран ҡалдырҙы.  

Балыҡсы ырыуы вәкиле Нәзилә Әхкәметдинова башҡорт фольлкорын   икенсе милләт халҡының ижады менән сағыштырып эҙләнеү эше алып барған эшмәкәрлеге менән таныштырып китте һәм бөтәһен дә яҡынлашып килгән байрам менән тәбрикләне.

Сарала ҡатнашыусы йәштәр йыйындың ҙур әһәмиәтле һәм файҙалы үтеүен тел осона алып китте. Егеттәр сығыш яһаусы ағайҙарының ҡулдарын ҡыҫып оло рәхмәттәрен еткерҙе. Йәштәр өлкән быуынға үҙ хөрмәтен белдерә икән тимәк бөгөнгө йыйын заяға уҙмаған һәм республикабыҙҙың киләсәге лә ышаныслы ҡулда буласаҡ!

Дуҫлыҡ байрамын ойоштороусы Ҡариҙел ауылы үҫмерҙәр моделе китапханаһы хезмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт.

Башҡортостандың күп милләтле халҡын Республика көнө менә ихлас тәбрикләйбеҙ!

 

(Продолжение)

Тёплый праздник дружбы: в Караидели отметили День Республики Башкортостан! 

Сегодня, 8 октября, в подростковой модельной библиотеке села Караидель царила особенная атмосфера — здесь прошло дружеское мероприятие, посвящённое Дню Республики Башкортостан. В зале витал дух единства и взаимного уважения: казалось, сама история шептала свои добрые легенды, а улыбки гостей делали пространство светлее и теплее.

За «кружком дружбы» собрались представители самых разных народов — башкирского, татарского, русского, узбекского, таджикского, мишарского, армянского. Рядом с ними сидели учащиеся школы № 1 села Караидель — будущее района, которому так важно слышать живые голоса традиций и чувствовать, как многоликая культура становится общим достоянием.

Выступления главных гостей стали настоящим путешествием сквозь время: они делились историями, раскрывали красоту народного фольклора и искусства, зажигая в сердцах молодёжи искренний интерес. Ребята не просто слушали — они впитывали каждое слово, задавали вопросы, ловили интонации, в которых живёт душа народа.

Такие встречи напоминают: сила республики — в её многообразии, а настоящая дружба рождается там, где ценят и берегут культуру друг друга. Пусть этот праздник станет ещё одной ниточкой, которая крепко связывает поколения и народы! 

Автор:Марат Буляков