Был ауылда беҙҙе Кедесе, Кантон, Дүртөйлө халҡы көтә ине. Апай-инәйҙәр ижади сығыштары менән район үҙәгенән килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып тамаша залына оҙаттылар.
Сараны алып барыусы Фидан Саитов асып ебәрҙе. Йыйын башында тамашасы бер тын менән Кедесе ауылында яҙып алынған «Манара» («Мәсет») тигән бәйетте тыңланы. Быны башҡарған Кедесе ауылы ағинәйенең зарланыуы, мәсеттең манараһын килеп һүтеп алғандарын һәм уның урынына байраҡ элеп ҡуйған Граждандар һуғышы осоро сағыла ине. Халыҡ алдында һүҙ тотҡан һәм үҙенең Камалиевтар шәжәрәһен бөртөкләп өйрәнгән Кедесе ауылынан Әлиә Закирйән ҡыҙының тәрән уйҙар ҡалдырған сығышында ла мәсеттең йөҙ йыллыҡ тарихы тураһында асыҡлап һөйләп китте. Ысынлап та үҙ заманында гөрләп торған Кедесе ауылында бөгөнгө көндә һигеҙ генә йортта туғыҙ кеше йәшәһә лә, улар әле һүрелмәгән. Әлиә Камалиеваның нәҫеле лә ҡалын. Уның Йүрүҙән йылғаһының Кедесе ауылында урынлашып донъя кисергән 12 быуынына тиклем өйрәнелгән шәжәрәһе һөйләй. Метрик яҙмаларында был ауыл 1885 йылда күрһәтелгән һәм ул саҡта Кедесе ерендә 29 йорт барлығы ла билдәле булған. “Минең тыуған төйәгемдә, яратҡан Кедесемдә атай-инәйемдең ғаилә нуры һаҡланған”, ти Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ҡариҙел районының тирә-яғын өйрәнеүсе, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Әлиә Камалиева.
Шулай уҡ, уның сығышы тирә- яҡты өйрәнгән ер-һыу атамалары, легендалар, риүәйәтттәр һәм тарих менән үрелеп барҙы. Бына уларҙың бер нисәһе: «Тирәкле күл», «Үрге төбәк», «Бушҡа», «Морон тауы», «Ҡыйбасырт», «Ҡазмаш ауылы» һ.б.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡариҙел районының тирә - яғын өйрәнеүсе, тарихсы Фидаил Сафин, Унлар ырыуы ҡор башы Өлфәт Ҡыямов сығыштары ла ҡыҙыҡһыныу уятты.
Яңы Бәрҙәш ауылынан Данаил Әкрәмовтың сығышында тыуған телгә, ауылдың тарихына, йәш быуынды ла ошондай әһәмиәтле сараларға йәлеп итеү һәм йышыраҡ тарихҡа, шәжәрәләргә бәйле осрашыуҙар үткәреү кәрәк икәнен билдәләп китте.
Йыйында ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһыныу уятҡан икән, тимәк осрашыуҙар юҡҡа түгел һәм бергәләшеп эшләр эштәр бар тигән һығымта яһарға ҡала.
Ултырыш һуңында Унлар ырыуы советына ағзалар һәм 17 апрелдә Ҡариҙелдә үтәсәк съезға делегаттар һайланды, резолюцияға тәҡдимдәр ҡабул ителде.