

Яҡташыбыҙ Ришат Миндийәров исемен йөрөткән аҫылмалы күперҙә осрашып артабан сарала ҡатнашыусылар Абдулла мәҙәниәт йортона юл тотто. Унда ауылдың фольклор коллективы ижади сығыштары менән килгән делегаттарҙы ҡаршы алдылар. Тамаша залы милли кейемдәр, сигелгән таҫтамалдар, өйҙә көндә кәрәкле ашъяулыҡтар менән биҙәлгән ине. Айырым яҡташтарға бағышланған киң мәғлүмәт сараларында төрлө йылдарҙа яҙылып барылған «Унлар төйәгенең ғорурлығы» тип аталған күргәҙмә Абдулла ауылында йәшәүсе халыҡтың тормошо тураһында һөйләй ине.
Сәхнә түрен Свердловск өлкәһенән конференцияла ҡатнашырға тип йыраҡ араларҙы яҡынайтып ҡайтыусы, ауылдаштары Фларида Уйылданованың ҡул эштәре йыйынға йәм өҫтәне. Ул үҙенең сығышында сит ерҙә булыуына ҡарамаҫтан унлар башҡорттарын данлап, үҙ халҡының фольклорын, милли кейемен күрше төбәктә йәшәүсе күп милләтле халыҡтарға тарихынан башлап көнкүрешенә ҡәҙәр үҙе бөртөкләп йыйған кейемдәр, шәжәрәләр аша еткерә. Уның сығышын тыңлап ултырыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ уятты.
Абдулла ауылында йәшәүсе Резида Латыпова, Гөлнар Сәдртдинова, Миләүшә Мусина сығыштары тыуған яғының тарихы, топонимикаһы, шәхестәре менән беҙҙе XVIII-XIX быуаттарға алып ҡайтты.
Иҫ китмәле бай тарихлы, Йүрүҙән буйында урынлашҡан унлар ауылдарының нигеҙендә тороусы һәм урман башҡорттарына килгән саҡта дәү ҡапҡаларын асып ҡаршы алыусы Абдулла бөгөнгө көндә лә батырҙарының ҡаһарманлыҡтарын, яҡташтарының уңыштарын онотмаған. Ошо ауыл өсөн янып-көйөп ҡара тирен түккән, төрлө йылдарҙа Иле, ғаиләһе өсөн ҡорбан булған ир-уҙамандарыбыҙ тыуған төйәгенең, балаларының яҡты киләсәге өсөн көрәшкән һәм әле лә махсус хәрби операцияла ата-бабаларының юлын егеттәребеҙ дауам итә. Абдуллалар элек-электән үҙенең ҡул оҫталары, уңған ҡыҙҙары һәм килендәре, күп ғаиләле үрнәкле ырыу-заттары менән дә дан тотҡан. Унлар төйәгендә уңған халыҡ бөгөн дә тарихын онотмай һаҡлап килә һәм йәш быуынға төрлө саралар аша еткереп бара.
Абдуллала ойошторолған йылы осрашыу Унлар советына вәкилдәр һәм 17 апрель көндө Ҡариҙелдә үтәсәк «Унлар төйәгендә тыуып уңғанмын» йыйынына делегаттар һайлау менән тамамланды.